Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2018, 02:00

Илле йыл илле көн кеүек тә булманы

Күңел йылылығы бөркөп торған, асыҡ йөҙлө, изгелекле кешеләр менән аралашыуҙан үҙеңә лә йәшәү дәрте өҫтәлгән һымаҡ була. Кинйәбулат ауылынан Нурия менән Юнир Тимербулатовтар ҙа тап шундай ғаиләләрҙең береһе.

- ти быйыл алтын туйҙарын билдәләүсе Нурия һәм Юнир Тимербулатовтар.


Күңел йылылығы бөркөп торған, асыҡ йөҙлө, изгелекле кешеләр менән аралашыуҙан үҙеңә лә йәшәү дәрте өҫтәлгән һымаҡ була. Кинйәбулат ауылынан Нурия менән Юнир Тимербулатовтар ҙа тап шундай ғаиләләрҙең береһе. Илле йыл бергә ғүмер итеүсе ғаилә пары бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тора, үҙ-ара йылылыҡ, бер-береңә хөрмәт әңгәмәләшкән арала ла тойола.


Икеһе лә улар Кинйәбулаттыҡылар. Бала саҡтан бергә уйнап үҫәләр. Ә йәшлектәре бөрөләнгән мәлдә үҙ-ара йылы хистәр тыуа.


- Юнир 11-се класта, мин 8-ҙә инем. Элек бөтә ауыл егеттәре, ҡыҙҙары көндөҙ колхозға бесән әҙерләне, төндә зернотокта иген елгәрҙе. Шунда Юнир менән дуҫлашып киттек, - тип һөйләй башланы Нурия апай.


Һылыу ҡыҙға күҙе төшкән ваҡыттарын Юнир ағай ҙа яҡшы хәтерләй:


- Беҙҙең ауылда бөтә матур ҡыҙҙар Арғы урамда йәшәй ине. Улар алтау булһа, береһе Нурия - миңә, икенсеһе минең дуҫыма эләкте. Нурия йәштән үк алсаҡ, киң күңелле, кеше менән матур итеп һөйләшә белде. Шул яғы менән дә күңелемде арбаны. Һәм әле лә шулай ул, - ти Юнир ағай.


Үҙе лә төшөп ҡалған егеттәрҙән түгел. Ауылдың оҫта гармунсыһы булыуы ғына ла ни тора! Киске уйындарҙа гармун тартып барса йәштәрҙе бейеткәндә, ҡыҙҙар егеттең маңлайынан аҡҡан тирен ҡулъяулыҡ менән һөртөп-һөртөп китә. Мыҡты кәүҙәле, сибәр гармунсыға күҙ атыусылар ҙа аҙ булмағандыр. Ләкин Нурия апай менән Юнир ағайҙың күңелдәре бербереһенә тартыла. Юнир ағай дуҫы менән Арғы урам ҡыҙҙарына арнап йыр ҙа сығаралар.


Нурия апай иртә атаәсәйһеҙ ҡала, тәүҙә атаһы мәрхүм була, һигеҙенсе класта уҡығанда әсәһе лә яҡты донъя менән хушлаша.Тәүҙә ул Сәрүәретдин ағаһында йәшәй. Үҙенең дә алты балаһы булған ағаһы һеңлеһен ҡарауға бик яуаплы була. Киске уйынға ла ул Нурия апайҙың үҙен генә ебәрмәй.


- Ағайым уйынға ла оло улы менән генә сығара торғайны. Юнир менән һөйләшкәндә лә ул ҡайтып китмәй, ситтәрәк көтөп тора ине, - тип йәшлек йылдарын иҫкә алдылар. Шулай ҙа Юнир ағайҙың ышаныслы егет икәнлеген ҡыҙҙың туғандары ла тоя.


- Нурияның еңгәһе Фәрхәнә апай минең ут күршем булды. Бала саҡтан уҡ мине яратты. Электән яҡшы белгәс, ышанысын аҡлағанмындыр инде. Бер көндө Нурияны киске уйынға сығармағас, өйҙәренә киттем. Фәрхәнә апай мине күргәс, Нурияны шым ғына сығарҙы. Ағаһына һиҙҙермәй генә урамда йөрөп килдек, - тип һөйләне Юнир ағай.


Нурия апай Салауат ҡалаһына апаһы янына күсеп киткәс тә йәштәр араһында мөхәббәт һүрелмәй, Юнир ағайҙың армияла хеҙмәт итеүе лә уларҙың араһын нығыта ғына. Егетен 3 йыл да 2 ай буйы көтөп ала ҡыҙ.


Взвод командиры булып хеҙмәт иткән егетте өс ай алдан ҡайтаралар. Ауылға ҡайтып өйҙәгеләр менән күрешкәндән һуң, Салауатҡа һөйгәне янына ашҡына. Шулай итеп биш йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр өйләнешә, Юнир ағай ноябрҙә армиянан ҡайтһа, мартта никах та уҡыталар.


Ныҡлы таяныс булырҙай, ышаныслы тормош юлдашы насип була Нурия апайға, ул ғына ла түгел ҡәйнәһенән дә уңа. Ҡәйнә йортона килен булып төшөп, 20 йыл бер һүҙле булып матур донъя көтәләр. Иренең әсәһен бөгөн дә тик рәхмәттәр менән генә хәтерләй Нурия апай.


- Ҡәйнәм талапсан һәм бик егәрле ине. Оло улым алты айлыҡ саҡта эшкә сыҡтым. Ҡалаға йөрөп эшләнем. Бала ҡарау, унан башҡа бөтә донъя ҡәйнәм иңендә булды. Мейесте утын менән яғырға, көйәнтәләп һыу ташырға, мал ҡарарға... Ҡәйнәм ике улымды ла тәрбиәләште, уларҙы хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерҙе. Ғөмүмән, өйҙә һәр беребеҙҙең эше булды. Ҡайһы саҡта нимә менәндер килешмәй ҡәйнәмә эстән асыуланып та ҡуя торғайным. Ләкин йәшәй-йәшәй уның дөрөҫ әйткәнлеген аңлай барҙым, - тип һөйләне Нурия апай.


Бер-береңдең һүҙен тыңлап йәшәгәндә тормош ыңғай була. Һәр кем үҙенсә ҡайырғанда донъя ла бөтәймәй. Тимербулатовтар бер уйлы булып йәшәй. 1985 йылда Юнир ағайҙың тыуған нигеҙенә үҙҙәренең тырышлығы менән яңы йорт һалалар. Әсәйҙәренә яңы өйҙә өс йыл йәшәргә насип була. Йылдар үтһә лә, изгелектең төҫө тоноҡланмай. Нурия Хисам ҡыҙының күптән инде мәрхүм булған ҡәйнәһен маҡтап, әллә күпме яҡшы яҡтарын хәтерләп һөйләүе быны дәлилләй.


Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 50-се һанында (22.06.2018) уҡығыҙ.



Фото: автор.
Читайте нас: