Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2018, 02:00

Байрамды күрмәй ҡалмағыҙ

30 июндә Йәштәр көнө сиктәрендә ҡалала үҙенсәлекле саралар үтәсәк. Унда иң көслө яҡташыбыҙҙы ла асыҡлаясаҡбыҙ.

27 июнь – Рәсәй йәштәре көнө


30 июндә Йәштәр көнө сиктәрендә ҡалала үҙенсәлекле саралар үтәсәк. Унда иң көслө яҡташыбыҙҙы ла асыҡлаясаҡбыҙ.
Көс экстримы буйынса ярышҡа ауырлығы 90 килограмдан күберәк булған бәһлеүәндәрҙе көтәләр – үҙегеҙ хаҡында белгертегеҙ, конкурсҡа яҙылығыҙ, ирегеттәр! Йәштәр эштәре буйынса комитет әүҙемдәре был көн йорт хайуандарына ла, автомобилдәргә лә арналған конкурстар ойошторорға ниәтләй. “Йорт хайуандары күргәҙмәһе” конкурсына ишембайҙар үҙҙәре тәрбиәләгән януарҙарҙың төрлөһөн ҡатнаштыра ала. Йәнлектәрҙең тәрбиәләнгән булыуы, үҙенсәлекле аксессуарҙар ҡулланыу баһаланасаҡ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, кесе туғандарыбыҙ араһынан байрамдың иң яғымлы геройы һайланасаҡ. Ә бына “Автомотошоу”ҙа ҡатнашыуға ретро-машиналар, мотоциклдар, джип, тышҡы йәки эске тюнингылы машиналар һәм башҡа үҙенсәлекле авто хужалары саҡырыла.
Конкурстарҙа ҡатнашыуға ғаризалар 28 июнгә тиклем 8-917-383-71-52 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Йәштәр көнө программаһы
12:00 сәғәттә көс экстримы тамашаһы башлана, унда “Ишембайҙың иң көслө кешеһе” билдәләнәсәк (Ленин исемендәге майҙанда).
11:00 – 13:00 сәғәттә Бөтөн Рәсәй Олимпия көнө сиктәрендә спорт байрамы (“Нефтсе” стадионы).
16:00 сәғәттә йорт хайуандары күргәҙмәһе (Ленин майҙанында).
17:00 сәғәттә – “Ишембай бульвары” ижади күргәҙмәһе эше (Ленин проспектындағы аллеяла).
17:00 сәғәттә Авто-мотошоу (Ленин майҙанында).
19:00 – 21:00 сәғәттәрҙә Буяуҙар фестивале (Ленин майҙанында).
21:00 сәғәттә район хакимиәте башлығының “Йыл йәштәре” премияһын тапшырыу сараһы (Ленин майҙанында).
21:30-23:00 – Концерт программаһы.
23:00 сәғәттә Байрам салюты.
Читайте нас: