Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2018, 02:00

Тыныслыҡ булһын ерҙә

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә Этҡол ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә алыу өсөн мәҙәниәт йорто эргәһендәге ауылдаштар иҫтәлегенә ҡуйылған стела янында йыйылды.

Был көн Рәсәй тарихындағы иң ҡайғылы көндәрҙең береһе - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Сараға йыйылыусылар 1418 көн һәм 1418 төн барған был һуғыштың ниндәй ҙур юғалтыуҙар килтереүе тураһында һөйләне. Ауылыбыҙҙың имам хатибы Шәрәфетдин мулла Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына бағышлап аят уҡыны.

Йөрәктәрҙә мәңге төҙәлмәҫ һуғыш яралары һыҡрап торһа ла, ул яралар ҡабат асылмаһын, ул михнәтле йылдар тарих биттәрендә, хәтер төпкөлендә генә ҡалһын!

Читайте нас: