Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2018, 02:00

Еңеүҙең хаҡы юғары

22 июнь - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн

22 июнь - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн
Редакцияға килгән хаттарҙың береһе үҙенсәлекле матур яҙыуынан бигерәк, ҡултамғаһы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Хәмиҙә Садиҡова, 94 йәш. Утты-һыуҙы кискән, һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә кисергән быуын вәкиле.


Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышы сыҡҡан ҡәһәрле көн иҫтәлектәрен барлағанда, Хәмиҙә инәй еткерергә теләгән тойғолар һәр кемебеҙ өсөн уртаҡ. Оло рәхмәт һеҙгә, Еңеүселәр быуыны, һеҙҙең ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө бөгөнгөләрҙе тәрбиәләй.


- Герман һуғыш иғлан иткәндә үҫмер ҡыҙ инем. Минең кеүек 15-16 йәшлектәр ололар рәтендә яуаплы, ауыр эштәргә тотонорға ҡурҡманы. Ауыл етемһерәп ҡалды. Ирҙәр, йәш егеттәр бергә күмәк күтәрелеп фронтҡа китте. Элек ғаиләләр ишле була торғайны. Ҡарт-ҡоро, күмәк балалы ҡатындар ныҡлы таянысһыҙ ҡалды. Әммә бөтәһе лә аңлай ине – ныҡ булырға, нисек тә фронтҡа ярҙам итергә кәрәк. Тиҫтерҙәрем, бала-саға менән баҫыу эшендә, йәшелсә үҫтереүҙә тырыштыҡ. Үҫтергән, етештергәнде бөртөгөнә хәтле йыйып алырға кәрәк. Һәр ихатанан дәүләткә ярҙамға, фронтҡа тип, ит, йомортҡа, май, башҡаһы йыйылды. Тылдағыларға еңел булманы, үҙ ауыҙынан, балаларынан өҙҙөләр, әммә башҡаса юл юҡ ине. Берҙәмлек, нисек тә бәхетле көндәрҙе күреү, яҡындарыңды һуғыштан имен көтөп алыу өмөтө йәшәтте.

Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт эшен көслө алып барҙы, халыҡҡа яңылыҡтарҙы аңлатыу, гәзиттәр сығарыу, хаттар яҙышыу улар өҫтөндә булды.


Мин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡатыны. Ирем Ғалим Садиҡов япон милитаристарына ҡаршы һуғышты, ошо һуғышта хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙалы бар. Оборона министры А. Гречко ҡулынан ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн танытма ала. Ике бала үҫтерҙек, матур тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерәм, балам ҡуйынында йәшәйем, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүләсәрҙәрем иғтибар-хөрмәттән өҙмәй. Ҡырҡ йылға яҡын башланғыс кластар уҡытыусыһы булдым, балаларға Еңеүҙең ҡәҙере, тыныс тормоштоң ниндәй хаҡ менән яуланғанын аңлатырға тырыштыҡ. Һаман да гәзит-журнал уҡыуымды, яҙышырға тырышыуымды

күреп йәштәр аптырап ҡуя. Йөҙгә яҡынлаған инәйегеҙҙән кәңәш, тип шаяртам: башты ла, тәнде лә эшләтергә

кәрәк, күңелегеҙ киң булһын, кешеләр яратығыҙ!

Фото ғаилә архивынан.
Фотола: Йәшлек осоронда Хәмиҙә Садиҡова (һулда) әхирәте менән.


Читайте нас: