Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2018, 02:00

Иман булған ерҙә ҡот та бар

Мәсетле ауыл нурлы була, тиҙәр. Ысынлап та, иман йортонан тирә-йүнгә нур бөркөлә кеүек.

Мәсетле ауыл нурлы була, тиҙәр. Ысынлап та, иман йортонан тирә-йүнгә нур бөркөлә кеүек. 15 йыл элек Тирмән-Йылға ауылында асылған мәсеттән дә халыҡ өҙөлмәй.Изге Рамаҙан айында ла ураҙа тотоп, изге ғәмәлдәр ҡылып,

сауап алыусылар Тирмән-Йылға ауылынан күп булды.

Изге Рамаҙан айы быйыл йәйҙең иң оҙон көндәренә тура килһә лә, ураҙа тоторға ниәт иткән кешегә бер ҡаршылыҡтар ҙа юҡ икән. Мәсеттә халыҡ көн һайын вәғәз тыңлап, күңелдәрен яҡты уйҙарға байытты, имандарын нығытты. Күп кешеләр тик ошо вәғәзде, аяттарҙы тыңлап, ураҙа тота башланы. Ғөмүмән, Рамаҙан айының халыҡ тарафынан көтөп алыныуы һөйөнөслө күренеш. Изге ай тамамланыр алдынан Тирмән-Йылға ауылы мәсетендә ураҙа тотоусылар өсөн ифтар мәжлесе лә үтте. Ауыл халҡыихлас күңелдән мәжлес ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы.

- Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә, - ти көн һайын мәсеткә йөрөп, ауылдаштарына ифтар үткәрергә ярҙам итеүсе Зөлфиә Ғүмәрова. Ауылда дини йолаларҙы ихтирам итеп, дин ҡушҡанса йәшәүселәрҙең артыуына ла һөйөнә ул. Шуныһы ҡыуаныслы, элегерәк мәсеткә оло йәштәге кешеләр йөрөһә, ураҙа тотһа, хәҙер иһә, дин юлына баҫып, матур итеп уның ғәмәлдәрен үтәүсе йәштәребеҙ ҙә йылдан-йыл арта бара. Фаил Рәхимов, Ринат Абдуллин, Илшат Юнысов, Рөстәм Абдрахманов кеүек йәш егеттәрҙең һәр ҡайһыһы төрлө ваҡытта динюлына баҫҡан.


- Мин хәҙер дүрт йыл инде мәсеткә йөрөйөм. Йәшермәйем, элегерәк тәмәке тарта инем, насар ғәҙәттәрем дә бар ине. Мәсеткә йөрөй башлағас, тормошҡа, кешеләргә булған ҡарашым үҙгәрҙе, намаҙға баҫтым, ислам нигеҙҙәренә төшөндөм, - ти Марат Абрахманов.

Ысынлап та, ауылда аҙан тауыштары ишетелеп торғанғалыр, урам буйлап эсеп, тәртип боҙоп йөрөүселәр бөтөнләй күренмәй. Ә изге йорт ишеге һәр ваҡыт асыҡ. Оло быуын вәкилдәре йәштәрҙең дингә яҡын булыуын хуплай. Талиға Әбдрәхимова менән Нәзирә Хөсәйенова мәсеткә йөрөүселәрҙән иң олоһо. Улар изге ниәттәрен тормошҡа ашырған, ике тапҡыр хажға барып ҡайтҡан.

- Бала сағымдан олатай-өләсәйҙәремдең, атай-әсәйемдең дин ҡанундарын теүәл үтәүен, ураҙа тотоуын күреп үҫтем. Аллаһы Тәғәләгә инаныу тыумыштан килә. Хоҙай барыһын да хәрәкәткә килтерә бит. Хажға барып, унда үтәлергә тейешле бөтә йолаларҙы үтәп ҡайттым. Хоҙайыма мең шөкөр итәм, ата-бабаларым күрмәгән юлды миңә үтергә насип итте, көс бирҙе. Яҡты донъяла йәшәгәндә Аллаһы Тәғәлә биргән иҫәнлегебеҙҙең ҡәҙерен белеп, һәр минутын файҙалы итеп, динебеҙ ҡушҡандарын үтәп, тыйылғанынан тыйылып, аҡылыбыҙҙы дөрөҫ файҙаланып йәшәйек. Кем дә кем хаж ҡылырға ниәт итә икән,ул әхлаҡи, рухи яҡтан байып ҡайтасаҡ, - ти Нәзирә Хөсәйенова.

Рамаҙан айы үтһә лә, ошо айҙа булған ниәттәребеҙ, күркәм уйҙарыбыҙ, ихласлыҡ, күңел матурлығы һаҡланып ҡалһа ине, иманлы булып, изге ғәмәлдәр генә ҡылып, бер-беребеҙгә итәғәтле, кешелекле булып ғүмер итәйек, тигән уйҙар менән киләлер мәсеткә йөрөүселәр.


Фото: автор.

Читайте нас: