Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2018, 02:00

Йөрәктәр бергә типкәндә

Әхмәр ауылында йәшәүсе Фәйрүзә менән Ғайса Ғәлиуллиндар яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, тормоштан йәм, тәм табып йәшәй.

Әхмәр ауылында йәшәүсе Фәйрүзә менән Ғайса Ғәлиуллиндар яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, тормоштан йәм, тәм табып йәшәй.
- 35 йыл мал табибы булып эшләйем. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был ауыр эш. Һөнәр түҙемлелек, көс, маһирлыҡ талап итә, кешеләр менән дә аралаша белергә кәрәк. Иртәнән алып ҡара кискә тиклем йүгерергә тура килгән көндәр ҙә була. Әммә ошо юлды һайлауыма бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, - ти Фәйрүзә Ғәлиуллина.
Эшенән уңған ғаиләләрҙең генә ғүмере көйлө баралыр. Бөтә буш ваҡыттарын бергә үткәрә Ғәлиуллиндар. Аҙбар тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, йәйгеһен баҡса тултырып йәшелсә-емешен сәсәләр, ихаталары ла ялт итеп тора.
«Өҫтәлең һыйлы булһын тиһәң, эшләргә кәрәк», - ти хужабикә.
Йырлаһа - тауышы бар, бейеһә - дәрте, эшләһә ҡулы тигәндәй, уңған хужабикәнең бер минут буш ултырғанын күрмәҫһең. Эшһөйәр, матурлыҡҡа ғашиҡ улы, ҡыҙҙары ла ата-әсәһе өсөн өҙөлөп тора. Үҙҙәренең балаларын да улар өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр. Был үҙе ҙур бәхет түгелме ни? Миләттең әхлағы ла, тәрбиәһе лә, киләсәге лә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Төп бурысын милләт өсөн балалар үҫтереү, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләүҙә лә күргән замандаштарыбыҙ хаталанмай. Ярты һүҙҙән аңлап, һине хөрмәт итеп торған балаларың барҙа донъяның бар мәшәҡәттәрен дә йырып сығырға була. Фәйрүзә Рәхмәтулла ҡыҙы был йәһәттән дә бик бәхетле әсәй.
- Әсәйем минең өсөн терәк тә, ярҙамсым да, кәңәшсем дә,- ти ҡыҙы Светлана. – Ул беҙҙе изгелекле булырға, кешеләрҙе, тормошто яратырға өйрәтте. Шуға ла тәрбиәсе һөнәрен һайланым. Әсәйем һәр саҡ эштә булды, ҡустым менән һеңлемде балалар баҡсаһына, аҙаҡ мәктәпкә йөрөтөү кеүек эштәр минең иңемә төштө. Өй эштәрен дә бергәләп эшләнек. Үҙем әсәй булғас та, уның аҡыллы кәңәштәре ғүмер буйына оҙата килә. Уның һабаҡтарын балаларыбыҙға еткерәбеҙ.
Тормош йөгөн бергә тартып, донъя мәшәҡәттәрен дә бергә еңергә өйрәнгән был матур парға һоҡланмау мөмкин түгел.
- 1983 йылда өйләнештек. Ҡырға сығып китеп ҡарағайныҡ та, сит ерҙә бәхет эҙләп йөрөмәйек тип, тыуған ауылға ҡайтып төпләндек. Ҡатыным мал табибы һөнәрен һайлағас, ҡаршы килмәнем, уға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыштым. Үҙем 18 йыл механизатор булдым. Әле ҡатыным менән бергә эшләйбеҙ, - ти ғаилә башлығы Ғайса Миниәхмәт улы.
Ғәлиуллиндарҙың улдары Фидан - нефтсе, кесе ҡыҙҙары Әлфиә «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә фельдшер булып эшләй. Фәйрүзә ханым ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәттәр һөйләргә лә, йыр-таҡмаҡтар өйрәтергә лә өлгөрә. Ғүмер буйы бер бөтөн булып йәшәгәндәр бәхетле була. Ғәлиуллиндарға ла был бәхетте оҙаҡ татып, донъяны йәмләп йәшәргә яҙһын!

Фото: ғаилә альбомынан.
Читайте нас: