Йылмайыу – кеше йөҙөнөң көҙгөһө, тиҙәр. Кешенең ауыҙында матур, һау тештәр булһа, ул тағы ла матурланып китә, һаулығы ла яҡшыра. Бына шуның өсөн тырыша ла инде хирург-стоматолог Закир Ҡаһиров. “Кешелер күҙҙәрендә балҡыш, йөҙҙәрендә шат, сәләмәт йылмайыу – минең бөтә хеҙмәтем булмышы, тормош девизым”, - ти ул.