Мөхтәрәм мосолмандар! Барығыҙҙы ла Ураҙа ғәйете менән тәбрикләйем. Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, әжер-сауаптарын насип әйләһен. Балаларыбыҙға тәүфиҡ, ололарға хәйерле ҡартлыҡ, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ теләйем. 14 июндә Ҡала мәҙәниәт һарайында 19.00 сәғәттә башланасаҡ Рамаҙан менән хушлашыу кисәһенә рәхим итегеҙ.