Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2018, 02:00

Гүзәл заттар изгелек өләшә

Ишембай районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын -ҡыҙҙар советы ағзалары изгелек акцияһы менән ауылдарға сыҡты.

Ишембай районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын -ҡыҙҙар советы ағзалары изгелек акцияһы менән ауылдарға сыҡты.


Бәлә-ҡаза һорап килмәй. Янғын сығып йортһоҙ, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалыу айырыуса аяныслы. Ләкин эргәтирәлә мәрхәмәтле кешеләр булғанда ундай ауырлыҡтар ҙа еңеләйә төшә. Ошо маҡсатта ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары янғындан зыян күргән, шулай уҡ ауыр тормош хәленә юлыҡҡан ғаиләләргә ярҙам итеү акцияһын ойошторҙо. Был эште башҡарыуҙа Атайҙар советы ла ҙур ярҙам күрһәтте.


Янғындан йортһоҙ ҡалған - ике һәм ауыр тормош хәленә тарыған өс ғаиләгә тиҙ арала маҡсатлы рәүештә көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйыла башланы. Ойошма ағзалары үҙҙәренең өлөшөн дә индерҙе, бынан тыш был эшкә шәхси эшҡыуарҙарҙы, район һәм ҡала Советы депутаттарын да йәлеп иттеләр. Һөҙөмтәлә, һәр ғаиләгә тос ҡына ярҙам тупланды, унда кәнсәләр тауарҙар, түшәк кәрәк-яраҡтары, кәстрүлдәр, үтектәр, ултырғыстар һәм башҡа нәмәләрҙе күрергә мөмкин ине. Хатта, һыуытҡыс, мебель кеүек ҙур әйберҙәр ҙә хәстәрләнде.
Тейешле ваҡытҡа гүзәл заттар машиналарға ултырып (уларҙың һәр ҡайһыһының руле артында ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре ине) колонна булып теҙелеп тәүҙә Кинйәбулатҡа юл тотто. Маҡсат – май айында йорттарында ут сығып, донъяларынан бер нәмә лә ҡалмаған өс балалы Йәрмиевтар ғаиләһенә ярҙам итеү ине. Һыуытҡыс, йомшаҡ мебель, унан башҡа өйҙә кәрәк булған әллә күпме әйберҙәр бушатылды. Ауыл хакимиәте лә ярҙам сараһын күргән, ҡулдан килгәнсә аҡсалата ла үҙ өлөшөн индергән, ауылдаштар ҙа ситтә ҡалмаған.
Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиева сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, кеше бәләһенә битараф булмағандар эргәлә саҡта ауырлыҡтар ҙа еңелерәк тойолоуын, бер-береңә изгелек иткәндә тормошта йәшәүе лә йәмлерәк икәнлеген әйтте.
Өс бала әсәһе Әнисә Йәрмиева янғын сыҡҡан төнгө ваҡиғаны хәтергә алды.
- 12-се майҙан 13-өнә ҡарай ут сыҡты. Беҙ ул ваҡытта йоҡлай инек. Ауылдаштар күреп ҡалып, тәҙрәне ватып инеп ҡотҡарҙылар. Өйөбөҙ тулыһынса янып бөттө. Бәлә менән яңғыҙ ҡалманыҡ, ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип һөйләне күп балалы әсәй.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың изге сәфәргә сығыуының тағы ла бер маҡсаты бар ине – Этҡол ауылынан янғында оло йәштәге инәйҙе ҡотҡарған Ирек Үмәрбаевты күреү. Уның хаҡта гәзитебеҙҙә лә мәҡәлә яҙылды. Ирек мәктәптән ҡайтып килгәндә күрше инәйҙең соланынан төтөн сыҡҡанын күрә һәм оҙаҡ уйлап тормай ярҙамға ташлана. Ишекте ҡайырып асып үҙ ваҡытында күрелгән сара һөҙөмтәһендә ҙур бәлә сыҡмай ҡала. Район Советы депутаты Светлана Демьянова ҡыйыу егеткә бүләктең шәбен – тау велосипедын әҙерләгән. Бүләк Этҡол мәктәбе уҡыусыларының тантаналы йыйылышы ваҡытында тапшырылды.
- Һәр малай үҫмер саҡта велосипед тураһында хыяллана. Шуға ла Ирек дуҫтары алдында ғорурланып йөрөрлөктө – яҡшыһын һайларға тырыштыҡ. Ирек кеүек уҡыусыларҙан өлгө алырға кәрәк. Шундай матур быуын үҫеп килеүе бик тә һөйөнөслө, - тине Светлана Тимерғәле ҡыҙы.
Йәйге каникул башланып торғанда Ирек өсөн бынан да яҡшыраҡ бүләк юҡтыр! Шунда уҡ ул тимер атына атланып йөрөп әйләнеп тә килде.
- Велосипед миңә бик тә оҡшаны, ҙур рәхмәт, - тине шат йылмайып киләсәктә ҡотҡарыусы һөнәрен һайларға ниәтләгән үҫмер.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары артабан Аҙнай ауылына юл тотто. Бында уларҙы күп балалы, ярҙамға мохтаж Кинйәбуҙовтар ғаиләһе көтөп тора ине. Дүрт баланы тәрбиәләү, әлбиттә, еңелдән түгел. Шулай ҙа әсәй кеше ҡыйынлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәгән, эшкә урынлашып балаларын матур итеп ҡарарға тырыша. Ә инде ҡатын-ҡыҙҙар советының бүләктәре ишле ғаиләгә бик урынлы булды. Уҡыусы өсөн өҫтәл һәм уға пенал, микротулҡынлы мейес, һүрәт төшөрөү өсөн мольберт, пластик саңғы һәм ботинкалар, башҡа көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр тапшырылды. Әйткәндәй, пластик саңғы шәхси эшҡыуар Александр Кормаков тарафынан ебәрелгән.
Ярҙам иткәндәре өсөн Зарема Кинйәбуҙова ысын күңелдән рәхмәт әйтте. Гүзәл Ғайса ҡыҙы иһә уға балаларын матур итеп, хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерергә тигән теләктәрен белдерҙе.


Алдан билдәләнгән план буйынса артабан маршрут Әптек ауылына йүнәлде. Унда беҙҙе Елена Белякова һәм уның береһенән-береһе бәләкәс сабыйҙары менән осрашыу көттө. Туғыҙ балалы әсәйҙең иң бәләкәсе 18 генә көнлөк.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 46-сы һанында (08.06.2018) уҡығыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: