Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2018, 02:00

Сәскәләр күңелде иркәләй

Кинйәбулат ауылынан Сәғирә Ғәйнетдинова өйөн дә, ихата-баҡсаһын да гөл-сәскәгә күмеп үҫтереүсе уңған хужабикәләрҙең береһе.

Сәскә яратмаған кеше бармы икән? Үҫтермәгәндәр ҙә уларға битараф түгел. Ә инде барып ингәндә шау сәскәгә күмелеп ултырған ихаталар айырыуса һоҡландыра.

Кинйәбулат ауылынан Сәғирә Ғәйнетдинова өйөн дә, ихата-баҡсаһын да гөл-сәскәгә күмеп үҫтереүсе уңған хужабикәләрҙең береһе. Ҡырау байтаҡ ҡына сәскәләрен һәләк итһә лә, күптәре бирешмәгән.


- Ҡайҙа ниндәй ят сәскә күрәм, шуны үҙемдә лә үҫтерергә тырышам. Баҡсала иң тәүҙә сәскәләр ултыртҡанға тормош иптәшем “Минең кәләш сәскә ашай”, тип шаярта. Сәскәләремдең барыһын да яратам. Шуғалырмы, хатта тамырһыҙ сәскәне тупраҡҡа төртһәм дә үҫеп китә. Улар күңелде күтәрә. Ейәнсәрем дә шул матурлыҡты күрә белә. Берәй сәскә атһа, “Күрҙеңме, өләсәй?” тип шатланып йүгереп килеп инә. Шунан бергәләшеп сығып ҡарайбыҙ. Сәскә үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Мәҫәлән, 2-3 йылдан һуң көҙгә ҡарай тюльпандарҙың һуғанын ҡаҙып алып, айырып ултыртырға кәрәк. Шул ваҡытта уларҙың сәскәләре эре, матур була, - тисәскә үҫтереүсе.

Георгиндарҙы ла Сәғирә Абдулла ҡыҙы яратып үҫтерә. Улар оҙаҡ сәскә атып ултырыуҙары менән тирә-яҡты йәмләй. Матурлыҡ сығанаҡтарын үҙендә генә үҫтереп ҡалмай, башҡаларға ла өләшә, мәсет биләмәһен дә ҡатын-ҡыҙҙар менән бергәләшепсәскә менән биҙәйҙәр.

Әлбиттә, уңған ғаиләнең баҡсаһында башҡа үҫентеләр ҙә етерлек. Быйыл бик матур итеп груша, алмағастары сәскә атҡан, сливаның өс төрө үҫә һәм башҡа ҡыуаҡтар урын алған. Ҡышты улар барыһы ла имен сыҡҡан. Бары тик сейәләр генә бер аҙ бирешкән. Сәғирә Абдулла ҡыҙы гөл-сәскәләре хаҡында һөйләгәндә йөҙө тағы ла балҡып китә. Үҙенә генә түгел, башҡаларҙың да күңеленәматурлыҡ өләшеп йәшәй ул.



Фото: автор.


Читайте нас: