26-сы Стәрлетамаҡ һайлау округының Һайран ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан иҫәпләү участкаһында ла иртәнге сәғәттәрҙә үк алдан һайлау йәнле генә бара ине. Көн ямғырлы тип тормағандар башҡа ауылдарҙан да килеүселәр бар.
Иң беренсе булып Бәләкәй Мәҡсүт ауылынан Розалия Мусина менән Венера Вәлиева тауыш биргән.
Иртәнге 9-ға 30-лап кеше үҙенең тауышын күрһәткән.