Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2018, 02:00

Һайт-два, уңға-һулға ҡарама...

«Йәйғор» балалар- һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә урынлашҡан уҡыу-ялан сборында күнекмәләр тап әрме саф- тарында һымаҡ үтте.

«Йәйғор» балалар- һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә урынлашҡан уҡыу-ялан сборында күнекмәләр тап әрме саф- тарында һымаҡ үтте.
17 уҡыу йортонан 96 10-сы класс уҡыусыһы дүрт көн буйына ҡарауыл хеҙмәтен алып барҙы, тигеҙ саф менән атлау, сәпкә атыу, граната ташлау, йүгереү кеүек күнекмәләрҙә таҫыллыҡтарын күрһәтте. Күп егеттәр өсөн был эш ауырҙан булманы, киреһенсә, улар әрме сафтарында хеҙмәткә әҙерлекте алдан башларға кәрәк, тигән фекерҙәр ишеттерҙе.
- Республикала бөтә муниципаль белем биреү усаҡтары ла уҡыу-ялан йыйынын үткәрә алмай, - тине Ишембай районының хәрби комиссары Вадим Виноградов. - Беҙҙең егеттәр был йәһәттән уңды. Тик ошондай саралар ғына уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләй һәм үҫмерҙәрҙе ысын ир-егет итеп тәрбиәләүҙә тап ошондай алымдарҙың роле ҙур.
Уҡыу-ялан сборында программалар йыл һайын үҙгәреп тора. Был сара ниндәйҙер дәрәжәлә үҫмерҙәрҙе төрлө яҡлап тикшерә, хәрби хеҙмәт тормошоноң тәүге күнекмәләренә әҙерләй. Быйыл да ойоштороусылар уҡыусылар өсөн һуғыш ҡоралдарынан күргәҙмә ойошторҙо, хатта лагерь территорияһына ысын бронетранспортер ҙа килтерелде. ДОСААФ вәкилдәре әйтеүенсә, БТР- 80 машинаһында әрме сафтарына хеҙмәткә алынасаҡ егеттәр техника менән идара итергә өйрәнә, водитель таныҡлығы менән бергә улар хәрби машинала йөрөргә рөхсәт биргән документтар ала. Уҡыу-ялан сборын асыу тантанаһында буласаҡ һалдаттар менән уларҙың ата-әсәләре Ырымбур казак ғәскәренең күрһәтмә сығыштарын ҡараны. Ә егеттәр уларға ҡул һуғышы оҫталыҡтарын күрһәтте.
Йыл да ойошторолған был хәрби йыйында егеттәр тәүге хәрби күнекмә алды.

Фото: автор.
Читайте нас: