Һайран ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан иҫәпләү участкаһы рәйесе Рәйлә Суфиянова әйтеүенсә, эш иртәнге һигеҙҙә башланған. Праймеризда ололарҙың да, йәштәрҙең дә йәнле генә ҡатнашыуы күҙәтелә.
Көн дауамында Һайрандан тыш, Арлар, Хажы, Яңы Әптек, Биксән, Бәләкәй Мәҡсүт ауылдарынан халыҡ киләсәк. Иҫәпләү комиссияһы ағзалары араһында, электрон тауыш биреүҙә ҡатнашып та үҙ фекерҙәрен белдереүселәр булған.