1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Балаларҙы яҡлау көнө бәләкәстәр өсөн күңелле байрам ғына түгел, ә беҙгә, өлкәндәргә, уларҙың һөйөүгә, ярҙамға мохтажлығына иҫкәртмә лә. Ҡалабыҙҙағы“Инсайт” психолог, медицина, социаль ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тура килгән ғаиләләр бында тап ошо таянысты таба.
Йылына үҙәк аша 13 меңдән ашыу бала үтә, берәүҙәренә логопед дәрес- тәре кәрәкһә, икенселәр психолог ярҙамында ҡурҡыуҙарынан, өлкәнәйә килә ҙур проблемаға әүерелергә мөмкин үҫеш тотҡарлыҡтарынан арына. РФ Президентының “Бергә үҫәбеҙ” проектын тормошҡа ашырыу ҙа “Инсайт” эшен киңәйтте, коллектив алдында яңы ижади мөмкинлектәр асты.
- Беҙгә килгән һәр баланың, ата- әсәнең күңелен аңларға тырышабыҙ, бындағы бөтә мөмкинлектәрҙе бала, ғаилә файҙаһына эшләтеү маҡсаты ҡуйылған, - ти “Инсайт” үҙәге директоры Роза Йәнбирҙина. - Үҙәктең күп функциялы ярҙам күрһәтеүе күп өлкәләр менән хеҙмәттәшлектә, тығыҙ бәйләнештә эшләүҙе талап итә. Мәғариф бүлеге, йәштәр эштәре буйынса комитет, опека һәм ҡурсаулыҡ, бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек менән берлектә алып барылған эштәрҙең һәр береһе бала һәм ата-әсә мөнәсәбәтен һауыҡтырыуға, тура юлдан тайпылған үҫмерҙәргә белгестәр ярҙамын ойоштороуға йүнәлтелгән.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән айырым программа буйынса эшләү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә.“Инсайт”ҡа 60-тан ашыу инвалид бала йөрөй. Ауылдарға сығып балалар менән эшләү, башланғыс класс уҡытыусылары өсөн семинарҙар, ата- әсәләр мәктәбе, түңәрәк өҫтәлдәр – былар барыһы үҙәктең төрлө яҡлы ярҙамға әҙер булыуын күрһәтә. Эйе, быларҙың барыһы менән ҡуллана белергә, ғаиләләге проблеманы йомоу тәү сиратта баланың рухи булмышында, сәләмәтлегендә кире сағыласағын аңларға кәрәк.
- Үҙәккә күптән түгел йөрөй башланыҡ, әммә ошо ваҡыт эсендә лә улдарымдың асылып, ҡыйыуланып китеүен тойҙом. Бында улар менән психолог, логопед шөғөлләнә. Дәрестәрҙән күҙҙәре янып сығалар, - ти улдары өсөн ҡыуанған Регина Фәхретдинова. Ата-әсәләр рәхмәте, балаларҙағы үҫеште күреү – коллективты алға әйҙәүсе иң ҙур көс. Үҙәк эшмәкәрлегенең девизы булып яңғыраған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ: яңғыҙың түгел икәнһең, хәлдән сығыу юлын һәр саҡ табып була – беҙ һинең менән!
Үҙәктең «Ышаныс телефондары»: 8(34794)4-11-16 8-917-760-76-4