Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2018, 02:00

Кандидаттарҙың лайыҡлыһын һайла

Республикала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау бара.

Республикала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау бара. Праймеризда, йәғни алдан һайлауҙа Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем ҡатнаша ала.

42-се Ишембай һайлау округы буйынса алдан тауыш биреү туғыҙ иҫәп участкаһында ойоштороласаҡ: Мәҙәниәт һарайы, Йәштәр һарайы, “Юрматы” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 2-се поликлиника, 12-се лицей, 11-се мәктәптең беренсе корпусы (Бульвар урамы, 47), 5-се мәктәп, “Таң” ҡунаҡханаһы һәм Үрге Этҡол күп функциялы үҙәге.


24-се Стәрлетамаҡ һайлау округына ҡараған участкалар Ишембайҙа 15-се мәктәптә һәм Ҡарайған ауылында социаль-мәҙәни үҙәктә, Ишәй, Петровск, Маҡар һәм Һайран ауылы мәҙәниәт йорттарында урынлашасаҡ. Бөтә иҫәп участкалары ла 8.00 сәғәттән 20.00-гәсә эшләйәсәк. Һайлау участкаһына паспорт менән килергә кәрәк.


Һәр һайлау округы буйынса праймеризда ҡатнашыу өсөн туғыҙар кандидат үҙ кандидатураһын тәҡдим иткән.

Тауыш биреү рейтингылы буласаҡ, бер юлы бер нисә кандидат өсөн дә тауыш бирергә мөмкин. Рейтинг төҙөлгәндән һуң иң күп тауыш йыйғандар “Берҙәм Рәсәй” партияһы 9 сентябрҙә һайлауҙарға ҡуясаҡ кандидаттар исемлегенә инәсәк. Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре 5 июнгә тиклем билдәлебуласаҡ.




Фото: Наил Рәжәпов.


Читайте нас: