Ауыл ерендә ағасҡа бәйле мәсьәлә элек-электән бәкәлгә һуға. Ярай әле, газ үтһә, халыҡ ҙур проблеманан ҡотола. Шул уҡ ваҡытта “зәңгәр яғыулыҡ” булған хәлдә лә, мунса яғырға утын, йорт-ҡураны йүнәтергә ағас кәрәк. Ә ҡулыңда мисәтле ҡағыҙың булмай тороп, билгә балта ҡыҫтырып урманға барырмын тимә – штраф сәпәйәсәктәр. Документ юллай башлаһаң, ваҡыт үтә, аҡса ла байтаҡ түгелә.