Ауылдаштар баҡса эштәрен ҡалдырып тороп, берҙәм эшкә дәррәү сыға һалдыла. Рәшит Ильясов үҙ тракторы менән йыйылған суп-сарҙы ташып торҙо. Эш бөтөүгә иһә Шиҙе буйында ауыл килендәре Рәйлә Ильясова менән Гөләйшә Абдуллина тәмле итеп балтырған ашы бешереп, самауыр ҡайнатып, эшселәрҙе көтөп тә торалар ине. Гөрләшеп эшләгән кеүек сәйен дә бергә ултырып эсте һайрандар.