Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2018, 02:00

Китап уҡырға яратаһыңмы?

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө



Үҙен китапханасы һөнәренә бағышлап, эшен бөтә күңелен һалып башҡарыусылар аҙ түгел. Уларҙың тормо- шонда һөнәрҙәре ниндәй урын биләй, үҙҙәре китап уҡырға яратамы? Ишембай китапханасыларының фекерен беләйек.
Минзилә Мырҙабаева (Ишембай үҙәк китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире):
- Әлбиттә, һөнәремде яратам, илһамланым эшләйем. Китапҡа һөйөү бала саҡтан уянды. Әле лә хәтерҙә, кисен йоҡларға ятҡас, утты һүндерһәләр ҙә, мин юрған аҫтында фонарь яҡтыһында китап уҡып ята торғайным. Башланғыс кластарҙа уҡ ҙур күләмле романдар уҡыным. Китап күп уҡығас, иншаларым да матур килеп сыға ине. Китапханасы һөнәрен һайлауым да осраҡлы булманы, мәктәптән һуң Өфөгә китапхана техникумына юлландым. Хәҙер инде 34 йыл ошо өлкәлә хеҙмәт итәм. Китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә. Әле лә китап уҡырға яратам, яңыларын көтөп алам. Теләгем - киләсәктә лә китапханаларҙан уҡыусылар өҙөлмәһен, төрлө ҡыҙыҡлы саралар гөрләп үтһен.
Гөлдәр Йәрмөхәмәтова (Этҡол моделле ауыл китапханаһы китапханасыһы):
- Китапханасы булып үҙ эшенә бирелгән, һөнәрен яратҡандар ғына эшләй ала. Хәҙерге китапханасыларҙан компьютерҙы белеү ҙә, телгә маһир бу- лыу ҙа, сараларҙы оҫта ойоштороу ҙа талап ителә. Китапханасы булып 16 йыл эшләйем. Сөнки кешеләр менән аралашырға яратам. Китаптарҙы ла кинәнеп уҡыйым. Һуңғы уҡыған китабым Рәйлә Назарғолованың “Аҙашҡан яҙмыштар” китабы булды. Китаптың бәҫе, мәртәбәһе юғалмай. Ҡулдан-ҡулға, сират тороп уҡылған китаптар булыуы ла һөйөндөрә.
Альфира Ҡаҙаҡҡолова (Һайран ауыл китапханаһы китапханасыһы):
- Бәләкәй саҡта атайыма китапхананан китаптар алып ҡайта торғайным. Ул китап уҡырға яратты. Ләкин эштә йөрөгәс, китапханаға барырға ваҡыты булманы. Китапҡа һөйөү унан күскәндер, тим. Китапханасы булып эшләүемә лә хәҙер ете йыл, һөнәремдең серҙәренә төшөнөп бөттөм. Халыҡ менән эшләүе оҡшай. Китапты бер уҡый башлаһам, туҡтауы бик ауыр. Яңы китаптарҙы ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Халыҡҡа тәҡдим итер өсөн үҙемә лә уларҙың йөкмәткеһен белеү кәрәк. Беҙҙең ауыл халҡы ла уҡыуға битараф түгел, бигерәк тә ҡышын китапханаға әүҙем йөрөйҙәр. Яңы китаптарҙы ла көтөп тора- лар, килмәнеме тип, шылтыратып белешәләр. Яңы әҫәрҙәр, ғәҙәттә, кәштәләрҙә ятмай.


Читайте нас: