Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2018, 02:00

Этҡол ауылының килеп сығыуы тураһында легенда

Сабирйән Тимерйән улы Ғарифуллиндан яҙып алынған.
Элекке замандарҙа башҡорт ырыуҙары мал аҫырарға, һунар итергә, балыҡ тоторға ,солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә яраҡлы урындар эҙләү менән бик күп ерҙәрҙе гиҙгәндәр.
Шулай бер ваҡыт, изгелеге, йомартлығы, намыҫлы булыуы менән айырылып торған Ҡырымбай тигән ырыу башлығы ырыуы менән бик матур яланға килеп сыҡҡан. Бер яҡтан төрлө кейектәргә бай урман булһа, икенсе яҡтан емеш – еләккә бай яландар, болондар булған. Һыулау өсөн йылғаһы ла был ырыуға бик оҡшаған.
Оҙон юлдан һуң арыған ырыу кешеләре төндө ошо яланда уҙғарырға була.Йоҡларға ятҡан ырыуҙың ҡаралтыларын, аттарын һаҡларға Этҡол тигән егеткә ҡушалар. Ул үҙенең ҡыйыулығы, көслөлөгө, сыҙамлылығы менән айырылып торған. Уның Һылыуҡай тигән һөйгән ҡыҙы ла булған. Һылыуҡай оҙон ҡара сәсле, ҡара күҙле бик сибәр ҡыҙ була. Уға бик күп егеттәр ат сабышында, уҡтан атыу ярыштарында етә алмағандар.
Иртән торғас, Ҡырымбай ырыуҙаштарына былай тип мөрәжәғәт иткән:
Кешеләр генә түгел, мал да арыны. Шулай ҙа беҙгә йылға үре буйынса барырға кәрәк. Ә өйөрҙө һаҡларға Этҡолдо ҡалдырайыҡ.
  • Дөрөҫ әйтәһең, Ҡырымбай! Тик Этҡол бер үҙе генә булдыра алырмы? – тигән аҡһаҡалдар.
  • Яңы ай тыуғанда беҙ юлға сыҡҡайныҡ, ә хәҙер ике яңы ай тыуҙы. Этҡол юлда үҙен ҡыйыу, үткер, сыҙамлы егет итеп күрһәтте. Ышанып тапшырайыҡ өйөрҙө, - тигән ырыу башлығы.
    Ырыу йылға буйлап ике тәүлек барған. Бер яланға килеп сыҡҡас, ҡатын – ҡыҙ аш өсөн балтырған,кесерткән, ҡаҡы, тәмләткес өсөн төрлө үлән йыя башлаған. Бер үләнде тәмләп ҡараһалар, бик әсе икән. Был әсе йыуа үләне булған.
    - Әйҙәгеҙ, был яланды Әсеялан тип атайыҡ, - тигәндәр. - Тик был ерҙә төпләнмәйек. Артабан ҡарурман, аттарға йөрөрлөк урын юҡ. Был ерҙәрҙе йәйләү итербеҙ.
    Шулай итеп, ырыу кире Этҡолдо ҡалдырған ергә әйләнеп ҡайтҡан.
    Ҡәҙерлеләрем!- тигән Ҡырымбай ырыуҙаштарына мөрәжәғәт итеп. – Күпме ерҙәр гиҙҙек, күпме тауҙар артылдыҡ, йылғалар кистек, тик бындай матур ерҙе беҙ күрмәнек. Аҡһаҡалдарҙың ҡарарын һеҙгә еткерәм: был ерҙәр беҙҙең йортобоҙ буласаҡ!
    - Балалар, минең яныма килегеҙ әле, - тип Этҡол менән Һылыуҡайҙы саҡырған Ҡырымбай. – Бер - берегеҙҙе яратҡанығыҙҙы белеп, ата – бабаларығыҙ һеҙҙе өйләндерергә булды. Этҡол! Был ауыл һинең исемеңде йөрөтәсәк, - тип һөңгөһен ергә ҡаҙаған.
    Йәштәргә туй яһағандан һуң ырыу кешеләре йорттар һала башлаған, һунарға йөрөгәндәр, балыҡ тотҡандар, емеш – еләк йыйғандар.Бер йылдан Этҡол менән Һылыуҡайҙың Кәсеүән улдары , шунан һуң Арҫлаҡай ҡыҙҙары тыуған. Ә Һәләүек улдары менән олоһо ла, кесеһе лә бик ғорурланған. Сөнки, атаһына оҡшап көслө һәм изге, әсәһенә оҡшап матур булған.
    Ғәрифуллин С.Т. (1892 – 1971)
    Фото: Ләйсән Йәрмөхәмәтова.
    Читайте нас: