26 май - Рәсәй эшҡыуарлығы көнө
Эшҡыуарлыҡ тарихында йәштән капитал туплаған, ҙур уңыштарына үҫмер сағынан нигеҙ һалған шәхестәр тураһында ишетеп беләбеҙ. Ҡарайған егете Заһир ӨМӨТБАЕВтың йүнселлек юлы ла, уйлай китһәң, нәҡ мәктәп йылдарында башлана.
Юғары кластарҙа уҡығанда “танауға еҫ кергән” осорҙа алдағы тормошоңдан бигерәк бөгөнгөһө мөһим һәм ҡыҙыҡ. Ҡыҙҙарға күҙ атыу, “тимер атҡа” атланып, һыу инергә елдереү, ҡысҡыртып музыка тыңлау һәм башҡа шуҡлыҡтар, әлбиттә, әңгәмәсемде лә урап үтмәгәндер. Уның ҡарауы үҫмер, быуындаштарынан айырмалы рәүештә, киләсәге хаҡында етди уйлана. Туғыҙынсыны тамамлау менән ул комбайнер ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша, был эшен һәр йәй, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғансы дауам итә. Тик шуныһы: ул саҡта бөтөп барған колхозда эш хаҡын Заһир бесәнләтә һәм игенләтә алырға мәжбүр була. Әммә файҙаһын күрә белгәнгә быныһы ла капитал – егет һарыҡ үрсетергә тотона, машина ала. Бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ: әлеге йылдарҙа, әле мәктәптә уҡыған көйө (!) егет өй һала башлай. Аҙаҡ ситкә уҡырға сығып киткәс ҙур мәшәҡәтен яйлап ослап ҡуя. Бына ҡайҙа ята ул мәсьәлә. Әлбиттә, етемлек, әсәй кешенең дө- рөҫ тәрбиәһе... барыһы ла булышлыҡ иткәндер инде үҫмерҙең шундай етди аҙымдар яһауына. Улай ғына ла түгел.
- Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалығы техникумында фермерлыҡ эшен ойоштороу серҙәренә төшөнгәндә, Стәрлетамаҡ физик культура институтында белем алғанда туплаған һабаҡтар ныҡышмалыҡҡа, тәртипкә өйрәтте, - ти Заһир.
Тимәк, шәхес тәрбиәләүҙә өйҙәге мөхит тә, тормош үҙе лә, белем алыу ҙа мөһим булып ҡала.
Заһир ҡалала ҡалһа, бәлки уҡытыусы булып эшләр, йәки эшҡыуарлыҡҡа китер ине. Әммә ул үҙе алдында башҡа маҡсат ҡуя – тыуған ауылына ҡайтып өй һалырға, ғаилә булдырырға һәм яратҡан эшең менән шөғөлләнергә.
Бөгөнгө көндә уның барлыҡ маҡсаттары ла тормошҡа ашҡан – ҡатыны Нәзирә менән Нияз исемле ул һәм Миләүшә исемле ҡыҙ үҫтерәләр, икенсегә ҙур йорт һалып сыҡҡандар (тәүге өйөн ул әсәһенә тип һала), яратҡан шөғөлө бар. Бер генә баштан үрсегән, “эш хаҡын” ашап ишәйгән һарыҡтары ла хәҙер алты тиҫтәгә яҡынлашҡан инде.
- Ауылда спорт менән шөғөлләнеү мал артынан ҡыуыуға ҡайтып ҡала бит, балаларға ла, үҙебеҙгә лә физкультура, шуға һарыҡ тотам, - тип шаярта Заһир. Һәр хәлдә, Миләүшә менән Нияздың эш тәрбиәһендә үҫеүҙәре насар түгелдер.
Һарыҡтар ишәйһә лә, был шөғөл менән генә сикләнмәй ғаилә башлығы. Башҡалар кредитҡа булһа ла еңел ав- томобиль һатып алырға хыялланғанда, ул ихатаһына йөк машинаһы килтереп ултырта һәм иҫке генә “тимер атын” ремонтлап кешегә бесән-утын ташый, трактор ала, хәҙер инде “ЮМЗ”-һы менән аҡса эшләргә тотона. Капитал йыйылһа ла йәнә яңы автомобиль урынына таҡта ярыу цехы алып, ағас яра. Урман ташырға техникаһы бар, йөк машинаһына ҡорамал урынлаштырып ағасты бер үҙе тейәп ташый, ауылдаштарын яллап таҡта ярып һата. Шулай яйлап ҡына эштәре алға бара йүнсел Өмөтбаевтың. Киләсәктә магазин да асырға хыяллана әле, өйөн матурлай.
Әлбиттә, тырышлығы, маһирлығы, рухи көслөлөгө менән Заһир уңыш ҡаҙана. Шул уҡ ваҡытта дәүләт ярҙамы хаҡында ла әйтеп китергә кәрәктер: тыуған ауылында бушлай ер бүленгән, “Әсәлек капиталы” менән өй һалған сығымдарҙы ҡаплатҡан. Бер ҙә насар түгел.
...Заһир менән аралашҡанда бер яҡтан уның ябайлығына һоҡланһам, икенсе яҡтан бизнес, төҙөлөш өлкәһендә, техника донъяһында ҡатмарлы мәсьәләләргә лә ябай ғына итеп төплө яуаптар табыуына, үҙ фекере булыуы- на таң ҡалдым. Йүнселлек бәлки ошондай ябайлыҡтан һәм белемдән башланалыр. Һәр хәлдә, Заһирҙың бөтә башланғыстары ла ныҡлы, артабан да ошо башланғыстарҙы ҡулланып, үҫешеүен теләргә генә ҡала.