Ошо көндәрҙә муниципаль районыбыҙҙың 13 ауыл биләмәһе ҡыуаныслы хәбәр алды – 2018 йылға Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына тәҡдим ителгән проекттарҙың барыһы ла республика комиссияһы тарафынан хупланған. Был район өсөн ҙур ҡаҙаныш, тимәк, биләмәләрҙең ун өсөндә лә төрлө йүнәлештәге күләмле төҙөкләндереү эштәрен башҡарып сығып буласаҡ.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы 2016 йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән илдең 30 төбәгендә эшләй башланы. Әйтергә кәрәк, проекттың тормошҡа ашырылышын өйрәнеүҙә Башҡортостанға ҙур роль бирелгәйне, сөнки 2014 йылда уҡ тәү башлап эксперимент рәүешендә республикабыҙ Урал аръяғының ете районында программа сиктәрендә төрлө эштәр башҡарылды. ППМИ, үҙебеҙсә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы, телебеҙгә хәҙер ныҡлы керҙе. Сөнки уның һөҙөмтәһен күрәбеҙ: байтаҡ йылдар ремонтлай алмаған клубтарыбыҙ яңыра, юлдар ремонтлана, урамдар яҡтыра, һыу проблемаһы хәл ителгән ауылдар арта, дәүләттең тос ярҙамына үҙ аҡсаларын ҡушып ҡышын юлдар таҙартыуға техника алып ебәргән биләмәләр ҙә бар республикала. Өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырылған ҙур проект халыҡта хуплау тапты, белгестәр был уңышты уның тап халыҡ башланғысына нигеҙләнеүендә, көнкүреш уңайлыҡтары кимәлен күтәреүгә маҡсатланған эштәрҙе бергәләшеп билдәләүҙә күрә. Өс яҡлы хеҙмәттәшлек көсөнә – район, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм халыҡтың үҙенәтаяна был эштәр.
- Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыуҙа Ишембай районы өлгөлө муниципалитеттар рәтендә. Әйтергә кәрәк, проекттарҙың һәр береһе дәүләт кимәлендә ныҡлы тикшерелә һәм бөтәһе лә ыңғай баһа алмай. Эштәрҙең нигеҙле булыуы, халыҡ ихтыяжынан сығып биләдәләнеүе мөһим, - ти район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов. – 2017 йылда район буйынса 12 проект үткәйне, аҙаҡ уларға Ҡолғона ауыл Советы ла өҫтәлеп ҙур эштәрҙе тормошҡа ашырып сыҡтыҡ. Быйыл иһә башланғыстарыбыҙҙың бөтәһе лә хупланды. Программаға үтеү һөҙөмтәһе тәү сиратта урындағы халыҡтың әүҙемлегенән тора: йыйы-лышҡа килергә, үҙ фекереңде, тауышыңды белдерергә һәм күмәкләп ауыл өсөн мөһим эште билдәләргә кәрәк. Биләмә хакимиәтенең халыҡ менән аңлашып эшләүе, теләктәшлек булыуы-булмауы был эштә асыҡ сағыла. Артабан өс яҡтың - район бюджеты, бағымсылар һәм урындағы халыҡ - өлөшләтә финанслауҙы тәьмин итәсәген нигеҙләргә кәрәк ине. Башланғысты тормошҡа ашырыуға аҡсалата үҙ өлөшөн индерергә әҙер булған шәхси эшҡыуарҙарға, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, ойошма, йәмғиәттәр етәкселәренә рәхмәт. Ауыл халҡы ла эшенә ҡарап төрлө күләмдә ярҙам итергә хәл итте. Һәр ауыл биләмәһендә эш тәртибе аңлап ҡабул ителде. Конкурс талабы буйынса йыйылыш протоколдарынан, балалар төшөргән плакаттарҙан башлап, халыҡтың тауыш биреп, үҙ фекерен әйткән видеояҙмаларға тиклем туплап комиссияға ебәрелә. Эштең һәр этабын сифатлы үтәп сығыу арҡаһында проекттарҙың бөтәһенең дә программаға инеүенә өлгәштек, тип әйтергә була.
Эйе, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы власть менән халыҡты ҡулға ҡул тотоношоп эшләргә дәртләндергән проект, ә был йәмғиәт үҫеше нигеҙе. Дәүләт ярҙамын ҡулдан ысҡындырмай, күмәкләп тотонғанда эштең уңыуын үҙ миҫалында күрә ишембайҙар. Ниәтләгән эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарып сығырға булһын.