Быйыл, Сик һаҡсылары хеҙмәтенең 100 йыллығын билдәләү уңайынан, йәшел фуражкалы яугирҙарға арналған объектты булдырыу өсөн күмәк көс һалынды. Элекке 10-сы балалар баҡсаһы ихатаһындағы Сик һаҡсыһы һәйкәлен күсереп реставрациялау ҙа эштең яуаплы өлөшө ине. Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы территорияһында асыласаҡ скверҙы ошо скульптур композиция – ҡалалағы иң боронғо һәйкәл биҙәйәсәк. Сик һағы ғәскәрҙәре яугирҙарын берләштереүсе йәмәғәт ойошмаһы активистары башланғысы менән күтәрелгән был эшкә ишембайҙар ҙа ҡулдан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә ала. Яугир ветерандар ойошмаһы менән 8-919-14-93-905 телефоны аша бәйләнешкә инергә була.