Әхмәр ауылының Шоссе урамында Һәләүек йылғаһы яры ашалып, ярайһы уҡ шәп тиҙлектә йорттарға табан яҡынлаша. Быға ҙур борсолоу белдереп ошо урамда йәшәүселәр редакцияға мөрәжәғәт итте.
Проблеманы асыҡлау, урынына барып күреү маҡсатында Әхмәргә юлландыҡ. Йылғаға яҡыныраҡ ултырған йорт хужаларының береһе Рәмилә Рәжәпова менән һөйләшеп киттек. Хәҙер инде 30 йыллап ошо урында йәшәүсе ғаиләне, әлбиттә, йылғаның йортҡа яҡынлашыуы хәүефләндермәй ҡалмай. Рәмилә апай әйтеүенсә, был проблема Һәләүек уртаһында ағас-ҡыуаҡтарҙан утрау барлыҡҡа килгәндән һуң килеп тыуа. Һөҙөмтәлә, йылға үҙенең йүнәлешен уңданыраҡ йәғни йорттарға табаныраҡ ала. Утрау ҙурайған һайын яр йорт ихаталарына табан нығыраҡ яҡыная. Шулай уҡ яҙғы ташҡын ваҡытында ике-өс йылға бер тапҡыр һыу күтәрелеп йорттарға үтеүен дә Рәмилә апай борсолоп һөйләне, ярҙам һораны. Һәләүеккә яҡын урынлашҡан был бер нисә йортҡа юл булмауы ла мәшәҡәттәр тыуҙырыуын күрҙек.
Проблеманы нисек хәл итергә мөмкин? Һорау менән Ишәй ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримоваға мөрәжәғәт иттек. Халыҡтың был һорауы уға ла яҡшы таныш:
- Һәләүек уртаһында барлыҡҡа килгән был ағаслыҡ утрауын 2007 йылда соҡоп алғайныҡ. Йылға ла үҙенең элекке юлынан матур ғына итеп ағып китте. Ләкин хәҙер ҡабаттан шул уҡ мәсьәлә килеп тыуҙы. Утрау үҫеп сыҡты һәм йылға йорттар яғына табан йүнәлешен үҙгәртте. Ҡабаттан утрауҙы таҙартыу һәм өйҙәр яғынан таш һалып ярҙы нығытыу кәрәк. Бының өсөн күп аҡса талап ителә. Шул сәбәпле, һорау асыҡ ҡала килде. Шулай ҙа хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Дөйөм проблеманан халыҡ та ситтә ҡалмаһын ине, улар яғынан да ярҙам талап ителә. Был эште көҙөн һыу кәмегән ваҡытта башҡарып ҡуйыу уңайлы.
Ә юлға килгәндә, ҡырсынташ һалыу мөмкинселеге бар. Был мәсьәлә хәл итеү өҫтөндә.