Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2018, 02:00

Алатауҡай ҡалды ҡыйылып...

Ер-һыуын, уларға бәйле легенда, риүәйәттәрен белмәгән халыҡ ата-бабаларҙан ҡалған иң ҡиммәт мираҫты юғалта. Бының менән күптәр килешер.

Ер-һыуын, уларға бәйле легенда, риүәйәттәрен белмәгән халыҡ ата-бабаларҙан ҡалған иң ҡиммәт мираҫты юғалта. Бының менән күптәр килешер.
Оло быуын менән бергә тел байлығы, быуаттар хәтере китә кеүек тойола. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Торатау” биттәрендә “Йәнтөйәгем” рубрикаһын башлап ебәреп, һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ: ауылығыҙҙың матур урындары, тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған ерҙәр атамаларына бәйле легенда, иҫтәлектәр менән уртаҡлашырһығыҙ тип ышанабыҙ! Баҫылған һүҙ юғалмай, һаҡлап ҡына йыйнай барһаҡ, ваҡыт үткәс, балаларға, йәштәргә уҡыр бәләкәй генә китапсыҡ тупланыр, әсәй был йылға, тау ниңә шулай атала, тип балалар аҡыллы күҙҙәрен төбәгәндә әйтер һүҙебеҙ булыр. Алдан йөрөр оло апайҙар, ағайҙар, ағинәйҙәребеҙ булғанда, әйҙәгеҙ әүҙемләштерәйек был эште. Ә рубриканы ҙур, абруйлы баҫмаға - “Ишембай энциклопедияһы”на таянып башлап ебәрәбеҙ.
Фәнни тел менән яҙылған, Алатау һынлы Алатау өсөн ҡыҫҡа ғына бирелгән был мәғлүмәтте ошо тарафтан – Ҡолғона, Һәйет, Кәбәстән гәзит уҡыусыларыбыҙ тулыландырһа ине. “Алатау” йыры тексы кемегеҙҙә бар? Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар көтәбеҙ!
Алатау, тау. Кәбәс ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 2,5 километр алыҫлыҡта, Бурун һәм Сикйылға (руссаға тәржемәһе - пограничная река; Үрек йылғаһы бассейны) араһында урынлашҡан. Абсолют бейеклеге – 657, 4 метр. Битләүҙәре текә, төньяғында - Боҙгүлбаш, көнсығышта Атағол ыҙандары урынлашҡан. Ҡомташ, алевролиттар һәм рифей сланецтарынан һалынған. Атамаһы “ала” һәм “тау” башҡорт һүҙҙәренән тора, руссаға тәржемәһе - пестрая гора.



Читайте нас: