Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2018, 02:00

Беҙҙең ғорурлығыбыҙ!

Яңы Әптек ауылы егете Юлай Ҡунаҡбаев бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫә.

Яңы Әптек ауылы егете Юлай Ҡунаҡбаев бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫә.
Мәктәптә уҡыған йылдарында спорт түңәрәктәренә йөрөй, ярыштарҙа әүҙем ҡатанаша. 11-се класты тамамлағандан һуң Башҡорт Дәүләт университетына геолог-разведкалау һөнәре буйынса уҡырға инә. Егеттең ата-әсәһе Мәхмүт менән Зәкиә улдарының юғары уҡыу йортона инеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Беренсе курсты тамамлағас Юлай үҙ теләге менән әрме хеҙмәтенә китә. Десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү уның ҙур теләге була һәм ул тормошҡа аша. Псков өлкәһендә нәҡ ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә ул.
- Парашюттан һикереү һәр кемдән ныҡышмалылыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә, ә мин бөтә нормативтарҙы ла яҡшы үтәйем, - тип ата-әсәһен шатландыра Юлай.
Әрме сафынан һуң ул уҡыуын дауам итәсәк, сөнки юғары белем алыу заман талабы икәнен ул яҡшы аңлай. Үҙ бурысын намыҫлы үтәүе Яңы Әптек урта мәктәбе өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Уңыштар юлдаш булһын һиңә, һалдат!
Читайте нас: