Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2018, 02:00

Ураҙа айында изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ

16 майҙа Рамаҙан айы башлана. Ишембай районының имам мөхтәсибе Илшат хәҙрәт ХАФИЗОВ менән әңгәмәбеҙ Рамаҙан айын уҙғарыу тәртибе тураһында барҙы.

16 майҙа Рамаҙан айы башлана. Ишембай районының имам мөхтәсибе Илшат хәҙрәт ХАФИЗОВ менән әңгәмәбеҙ Рамаҙан айын уҙғарыу тәртибе тураһында барҙы.
- Илшат хәҙрәт, мосолмандар уны нисек үткәрергә тейеш?
- Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим! Әссәләмү ғәләйкүм мөхтәрәм мосолмандар! Быйыл ураҙа айы 16-сы майҙа башлана, 15-се майҙа йәстү намаҙынан һуң бөтә мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙы уҡыла. Был айҙы барлыҡ мосолмандар ҙа көтөп ала. Рамаҙан айында һәр мосолманға ураҙа тотоу фарыз. Мосафирҙар, ауырыуҙар, хәлһеҙләнеп бөткән ҡарттар, ауырлы ҡатындар, бала имеҙгәндә һөтө юғалыр тип ҡурҡҡан әсәйҙәр ураҙа тотмаһа ла була. Шулай уҡ хәйез (күрем ваҡыты) һәм нифаз (бала тапҡандан һуң 40 көн) мәлендә лә ҡатындарға ураҙа тотмаҫҡа мөмкин. Ләкин осафирҙар сәфәрҙән ҡайтҡас, ауырыу кеше сәләмәтләнгәс бер көнгә бер көн итеп ураҙаһын тотоп ҡуя. Әгәр кешенең ауырыуы дауамлы булһа, һауыға алмаһа, ул фидийә түләй йәғни 30 кешене ике тапҡыр ашатып сығара. Был уның өсөн мәшәҡәтле булғанда аҡсалата түләһә лә ярай. Мөфтийәттең фәтеүәһе буйынса уның күләме 5400 һум, 30 көнгә 180 һумдан. Шулай ҙа Рамаҙан ураҙаһын тотоу хәйерлерәк. Уны аҡса менән дә, башҡа ваҡыт ҡаза ҡылып та алыштырып булмай. Был айҙа бай мосолмандар зәҡәт саҙаҡаларын да түләй. Мөфтийәттең фәтеүәһе буйынса, кемдең ҡулында бер йыл дауамында 224 мең һум аҡсаһы булһа, ул шул аҡсаның 2,5 процентын зәҡәт итеп түләй. Зәҡәт мохтаждарға, фәҡирҙәргә, етемдәргә, меҫкендәргә, юлда бәләгә тарыған мосафирҙарға, Аллаһ юлында булған кешеләргә (мәҙрәсә шәкерттәренә) һәм зәҡәт фондтарына бирелә. Рамаҙан айы ахырында фитыр саҙаҡалары биреү ҙә мөһим. Ул да шулай уҡ әйтеп үтелгәнсә фәҡирҙәргә, етемдәргә һәм башҡа мохтаждарға таратыла. Мөфтийәттең фәтеүәһе буйынса, ярлыраҡтар кеше башына 50 һум, урта хәллеләр 150 һум, байҙар 300 һумдан түләй. Рамаҙан ураҙалары, башҡа изгелектәр Аллаһ Тәғәләгә ирешһен өсөн фитыр саҙаҡаһын түләгеҙ, тигән Пәйғәмбәребеҙ. Уны Рамаҙан айы бөтөр алдынан, ғәйет намаҙына тиклем биреү хәйерле. Шул ваҡытта сауабы ҙур була. Ғәйет намаҙынан һуң бирелгән осраҡта ул ябай саҙаҡа һымаҡ һанала. Ғаиләлә бәлиғ булмаған балалар бар икән, улар өсөн ата-әсәләре түләй.
- Тәүге тапҡыр ураҙа тоторға ниәтләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
- Сәхәр тамам тигән ваҡытҡа ашап-эсеп бөтөргә тейешбеҙ. Аҡшам намаҙы күрһәтелгән ваҡытҡа ашай башларға мөмкин. Иртәнсәк - ураҙа ниәте һәм ауыҙ асҡанда ифтар доғаларын уҡыйбыҙ. Был изге айҙа маҡсатыбыҙ көнө буйы ашамай-эсмәй тороу ғына түгел, үҙебеҙҙе насар һүҙҙәрҙән, ҡылыҡтарҙан да һаҡлау. Ураҙа тота башлағас, уның тәүге өс көнө ауыр, аҙаҡ организм күнегә, еңелләшә. Бик сарсап киткән осраҡта һыу инергә рөхсәт ителә. Ураҙа тота башлар алдынан “Бөгөн ураҙаға инәм” тип алдан ниәтләргә кәрәк.
- Әйтеп үтеүегеҙсә, Рамаҙан айында мосолмандар ашау-эсеүҙән тыйылып ҡына ҡалмай, насар ғәмәлдәрҙән, һүҙҙәрҙән арына, тирә-йүндәгеләргә изгелек ҡыла, үҙендә ихтыяр көсө тәрбиәләй. Ураҙаның маҡсаты, файҙаһы тураһында тулыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине?
- Ураҙаны күптәр тота, ләкин сауапты барыһы ла бер төрлө алмай. Бөтөн ураҙалы ла әжер-сауаптар ҡаҙанһа ла, төрлөһөнөң дәрәжәһе төрлөсә була. Ураҙаның төп мәғәнәһе шунда: кеше йөрәген гонаһтарҙан һаҡлау, уны тәрбиәләү. Имам Ғәзәли ураҙа тотоусыларҙы өс төргә бүлгән

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 39-сы һанында (15.05.2018) уҡығыҙ.
Читайте нас: