Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2018, 02:00

Бәхет йәшәү урынынан түгел, йәшәү мәғәнәһенән тора

Ғәзиз Ғәлинды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары аша беләбеҙ.

Ғәзиз Ғәлинды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары аша беләбеҙ. Тик һуңғы ваҡытта уның ҡыҙыҡлы сюжеттары сыҡмай, тип аптырайҙыр әле телевизор ҡараусы. Сәбәбе – шаулы ла, өмөтлө лә, ымһындырғыс та Өфөнө ҡалдырып, Ғәлиндар ғаиләһе Ғәзиздең тыуған төйәге – Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына ҡайтып төпләнде.
Эйе, хәҙерге йәштәр бигерәк тә, ҙур ҡала, ҙур тормош тип ашҡына. Райондарҙан – Өфөгә, Өфөнән – Мәскәү, Санкт-Петербургҡа, унан инде сит илгә күсеп китергә торалар. Ҡалала белем алып, ғаилә ҡороп, теш-тырнағы менән булһа ла шул ерлектә ҡалырға тырышалар, башта ҡуртымға, аҙаҡ шәхси торлаҡ хәстәрләйҙәр. Шулай ҙа бөтә донъя “глобалләшеү сире” менән мауыҡҡанда ауылға ҡайтып төпләнгән әлеге ғаиләләрҙең булыуы ҡыуаныслы. Кемдер кендек ҡаны тамған ерҙә тормошто дауам итергә тейештер бит!
- Башҡаларға ғына түгел, ҡапыл ғына ҡубып сығып китеүебеҙ үҙебеҙ өсөн дә сәйер һәм көтөлмәгәнсә булды, - тип хәтерләй ул мәлде Лилиә. – Күрәһең сабыйҙарыбыҙҙың ризығы тыуған төйәгебеҙҙә яҙғандыр, мин үҙем дә алыҫтан түгел – Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫтем.
Ҡапыл ғына булһа ла сәбәпһеҙгә йөрөмәй әҙәм балаһы. Ул ғаилә башлығының яуабында сағыла төҫлө:
- Иртән эшкә китәм, балалар йоҡлап ҡала, кис ҡайтып инәм... инде йоҡларға ятҡандар. Уларҙың нисек үҫкәнен дә күреп булмай ине, - тип иҫләй Ғәзиз баш ҡалалағы тормошон. Хәйер, бер баш ҡалала ғынамы ни, тормош артынан ҡыуабыҙ, мал, эш тип сабабыҙ, ә бына балаларҙың үҫкәнен, ата-әсәйҙәрҙең ҡартайғанын, көн менән төн түгел, миҙгелдәрҙең алышынғанын да күрмәйбеҙ төҫлө. Дөрөҫөрәге, күреп өлгөрмәйбеҙ.
...Өфөлә, әлбиттә, шарттар башҡаса, теләһәң, ғаиләң менән театрға бар, кәрәк икән балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә була. Хәйер, хәҙерге заманда автомобилеңә тейәлеп сығып китеүе бер ни түгел – театрға ла, түңәрәктәргә лә. Әммә был ғаиләлә тыуып үҫкән сабыйҙар шуныһы менән бәхетле – иртән тороуға уларға Торатау йылмая, өләсәй иртәнге һөт менән һыйлай һәм саф һауала кинәнеп тын алаһың!
Йән биргәнгә йүн биргән. Йәштәр ҡайтыу менән эш урыны табыла, дөрөҫөрәге уңған белгестәрҙе эш үҙе таба: Ғәзиз Стәрлетамаҡта коррекция мәктәбендә белем бирһә, Лилиә Урман-Бишҡаҙаҡта уҡыта, ер алып, өй һалып, хәҙер йорт туйларға йөрөй инде Ғәлиндар. Ғаиләнең күсеп ҡайтыуы бигерәк шуныһы менән бәрәкәтле: Өфөлә донъяға яралған һәм тәпәй атлап киткән Гөлсөм һәм Исмәғил Ишембайға ҡайтҡас бер юлы ҡустылы ла,

һеңлеле лә булалар. Ике йыл элек Лилиә менән Ғәзиздең игеҙәктәре донъяға килде. Зөлфиә менән Муса хәҙер атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрен “алдаштырырға” эшкинеп бөткән инде. Береһенән-береһе шуҡ!
- Йәй көнө бергәләп велосипедта елдерәбеҙ, тышта уйнайбыҙ. Ауылда торһаҡ та, эштән ҡайтҡас, ғаилә менән аралашырға, балаларҙы тәрбиәләшергә ваҡыт ҡала – шуныһына ҡыуанам, - ти Ғәзиз. Ә Лилиә иһә:
- Ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәт, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар, уларһыҙ эшкә сығып та булмаҫ ине, - тип өҫтәй.
Гөлсөм мәктәптә уҡыһа, Исмәғилдең әле саҡ хәреф танырға өйрәнгән ваҡыты. Игеҙәктәрҙең иһә кинәнеп уйнар мәле. Төрлө йәштә булһалар ҙа, балаларҙың шул яғы күҙгә ташлана – бер-береһе өсөн өҙөлөп тора улар, тырыш та, матур итеп йырлайҙар-бейейҙәр. Ғөмүмән, рухлы, белемле, тәрбиәле булып үҫәләр. Быныһы инде, әлбиттә, Өфөлә йәки Урман-Бишҡаҙаҡта йәшәүгә генә ҡайтып ҡалмай.
- Бәхет йәшәү урынынан түгел, йәшәү мәғәнәһенән тора, - тип йылмая Ғәлиндар, мәғәнәле итеп...

Фото: автор.
Читайте нас: