Ҡартайҙыҡ, тип һис тә көйөнмәгеҙ,
Өлкәндәрҙә - аҡыл, сабырлыҡ,
Кәңәш, ярҙам кәрәк булған саҡта
Әл дә һеҙ бар үрнәк алырлыҡ.
Бөгөн 15 май - Халыҡ-ара Ғаилә көнө. Ошо көндө йәш быуынға ҙур үрнәк, өлгөлө ғаилә булып торған Этҡол ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәлит Хөббөтдин улы һәм Миңлегөл Әбүбәкер ҡыҙы Мөхәмәтовтар ғаиләһен хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр. Улар уңғанлығы, итәғәтлелеге, кешелеклелеге менән ауылда дан тоталар. Тәбиғәттең яҙғы ҡояшҡа иркәләнә-иркәләнә саҡ уяна башлаған осорҙа ошо ике йөрәктең- Вәлит Хөббөтдин улы менән Миңлегөл Әбүбәкер ҡыҙының пар күгәрсендәй гөрләшеп тормош һуҡмағынан бергә атлай башлауына 69 йыл булды.
Беҙ, Этҡол мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Ғаилә көнө менән ҡотлап, Вәлит бабай менән Миңлегөл инәйҙең йорттарына барып, хәлдәрен белеп, күстәнәстәр менән, сәй эсерҙек. Ошо Вәлит бабай менән Миңлегөл инәйгә һоҡланып ҡарап туйып булмай, оло йәшкә етһәләр ҙә уларҙың күҙҙәрендә һаман да нур балҡый, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. Ошо түгелме һуң мөхәббәт!?
Вәлит бабай менән Миңлегөл инәйҙең мөхәббәтенә ҡарап, дәрт, көс, ышаныс, терәк һәм бәхет алғандай булдыҡ. Ошондай оло, өлгөлө, яҡшы, татыу ғаиләләр булһа, тормошта, йәшләргә йәшәүе еңелерәк булыр ине.
Барығыҙҙы ла ошо Ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.