Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 02:00

Ғорурланыр, һоҡланыр ғаиләләребеҙгә дан!

Аҙнай ауылынан МИНЕҒӘЛИ һәм МИҢНУР УРАЗҒОЛОВТАР хәҙер иңгә иң терәшеп 54 йыл бергә ғүмер итә, аҡыллы балалар үҫтергәндәр, йәштәргә ғаилә өлгөһө булып йәшәйҙәр.

Аҙнай ауылынан МИНЕҒӘЛИ һәм МИҢНУР УРАЗҒОЛОВТАР хәҙер иңгә иң терәшеп 54 йыл бергә ғүмер итә, аҡыллы балалар үҫтергәндәр, йәштәргә ғаилә өлгөһө булып йәшәйҙәр.


Минеғәле Сәхиулла улы менән Миңнур Фазыл ҡыҙы Аҙнай ауылында, Шиҙе йылғаһы һыуын эсеп үҫеп, буй еткерәләр. Минеғәле ағай Стәрлетамаҡ ҡалаһында ауыл хужалығын механизациялау училищеһын тамамлап, колхозға комбайнер булып эшкә ҡайта. Армия хеҙмәтен үтәгәс, Салауат ҡалаһында эшкә урынлаша һәм Өфө нефть инстутутының Салауат филиалына киске бүлеккә уҡырға инә. Шулай уҡ Минеғәле ағай оҙаҡ йылдар Уразбай мәктәбендә физика- математика уҡытыусыһы, комунистар ойошмаһы секретары, Ҡыҙыл Урал колхозының профком рәйесе, Уразбай мәктәбендә директорҙың уҡыу –уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ошо хеҙмәтен юғары баһалап, 1999 йылда уға Башҡортостан мәғарифы Отличнигы тигән исем бирелә.


Һәр кеше йәшәү мәғәнәһен аңларға һәм үҙенә бирелгән ғүмерҙе халҡына, тыуған иленә, йәнтөйәгенә, ғаиләһенә файҙалы булып, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә тейеш. Ҡыштың матур көндәренең береһендә, Минеғәле ағай Миңнур Фазыл ҡыҙы менән 1964 йылдың ап – аҡ ҡарҙар яуған декабрендә, сәстәрен сәскә бәйләй. Миңнур апай хаҡлы ялға сыҡҡансы башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләп, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ була.


Уразғоловтар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ырыҫлы, ҡотло йортта тәрбиәләнгән балалары ата – әсәһенең ярҙамы менән тормошта үҙ урындарын таба алды. Әлеге көндә тормоштарын йәмләгән 6 ейән-ейәнсәре, 5 бүлә-бүләсәләре олатай, өләсәй бәхетен татыта.


Уйлап ҡараһаң, 54 йыл ғүмер үтеп тә киткән, күпме шатлыҡтар, туйҙар үткәрелгән, ҡайғыларында кисерергә тура килгән, ләкин татыу ғаилә бер - береһенә һәр ваҡыт терәк булып, барыһын бергә күтәргән. Хоҙай тәғәлә һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ бирһен!
Читайте нас: