Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 02:00

Матур ғаилә - ил күрке

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып йәшәгән РОЗА һәм РӘШИТ ФӘХРЕТДИНОВТАР хәҙер инде 61 йыл бергә. Рәшит Арыҫланғәле улы һәм Роза Ишҡәле ҡыҙы икеһе лә Уразбай ауылынан, күп балалы ғаиләлә тәрбиә алғандар.

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып йәшәгән РОЗА һәм РӘШИТ ФӘХРЕТДИНОВТАР хәҙер инде 61 йыл бергә.

Рәшит Арыҫланғәле улы һәм Роза Ишҡәле ҡыҙы икеһе лә Уразбай ауылынан, күп балалы ғаиләлә тәрбиә алғандар.
Рәшит ағай оҙаҡ йылдар зоотехник, хаҡлы ялға сыҡҡансы мал врачы һәм һуңғы йылдарҙа колхозда хәүефһеҙлек инженеры булып эшләне. Хеҙмәт ветераны Роза апай хаҡлы ялға сыҡҡансы “Ҡыҙыл Урал” колхозында сөгөлдөр үҫтерә.
Бынан 61 йыл элек Рәшит ағай йәп-йәш кенә Розаға ғашиҡ булып, кәләш итеп ала. Килендән уңа Фәхретдиновтар, балаларына өлгөлө әсәй, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын була Роза. Фәхретдиновтар 4 ҡыҙға, 1 улға ғүмер бүләк итте. Үҙҙәре кеүек уңған балалар үҫтерҙе, хәҙер уларҙың һәр береһе үҙ аллы матур итеп донъя ҡорған. Дамира ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар Яңы Әптек мәктәбендә физика һәм математика уҡыта. Һуңғы биш йылда Мәскәүҙә эшен дауам итә. Марат улдары офицер званиеһы алып, Салауатта эшләп йөрөй, ҡыҙҙары Лилиә Мәскәүҙә юғары белем алып, ҙур ойошмала баш белгес-иҡтисадсы. Рәсимәләре Салауат ҡалаһында индустриальтехникумда уҡып, әлеге көндә комбинатта эшләй. Гөлназ Мәскәүҙә университет тамамлап, гидросистема инженеры һөнәрен алған. Улдары Ришат Өфө авиация университетында 4-се курста уҡый. Илүзә ҡыҙҙары Мәскәүҙә сауҙа өлкәһендә эшләп йөрөй. Эльвира ҡыҙҙары Ленинградта Жданов исемендәге академияны тамамлап, әлеге ваҡытта отставкалағы подполковник, Газпромда әйҙәүсе экономист булып эшләй. Кинйәләре Салауат Наумовкала автомеханик һөнәрен үҙләштереп, Себер тарафтарында эшләй һәм йәшәй. Рәшит ағай менән Роза апайҙы 8 ейән – ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәре лә һөйөндөрөп тора. Йәйен дә, ҡышын да каникулға ҡайтып, олатай – өләсәйенә ярҙам итешәләр. Тырыш ғаилә күпләп ҡорт тота, йәшелсә-емеш үҫтерә. Тормош тап улар ише ғаиләләр менән матур!
Читайте нас: