Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 02:00

Күгәрсендәй пар гөрләшеп...

Күгәрсендәй гөрләшеп, татыу йәшәгән ТИМЕРБАЙ һәм РӘЙСӘ ТИМЕРҒӘЛИНДАР ғаилә ҡороуҙарының алтмыш йыллығын билдәләргә әҙерләнә.

Күгәрсендәй гөрләшеп, татыу йәшәгән ТИМЕРБАЙ һәм РӘЙСӘ ТИМЕРҒӘЛИНДАР ғаилә ҡороуҙарының алтмыш йыллығын билдәләргә әҙерләнә.
1958 йыл. Рәйсә апай Тимербай ағай менән Уразбайға эшкә килгәс таныша. Спектаклдәр ҡуйып йөрөнөк, икебеҙ ҙә төп ролдарҙә уйнаныҡ. Шулай дуҫлашып йөрөгәндән һуң, дуҫлығыбыҙ мөхәббәткә әүерелде, тп хәтерләй улар.1959 йылдың йәмле май айында йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Өс бала тәрбиәләп, уҡытып, оло тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Оло ҡыҙҙары Азалия балалар табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Балалар поликлиникаһында бүлек мөдире булып эшләй. Ҡыҙҙары Резеда нефть-газ сығарыу идаралығында өлкән лаборант технолог. Улдары Рафаэль Ырымбур ауыл хужалығы академияһын тамамлап, инженер һөнәрен үҙләштергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рафаэль был донъяларҙан бик иртә китеп барҙы. 5 ейән-ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәләре бар.
Рәйсә апай ҡәйнәһе менән 25 йыл бергә әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәй. Рәйсә апай үҙе лә килене Фәүриә менән 10 йыл бергә донъя көттө, башҡа йорт һалып сығарышты. Әле лә бер-береһенә ҡулдан килгәнсе ярҙам итешеп, бер ғаилә булып йәшәйҙәр.
Читайте нас: