Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 02:00

Һеҙгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел!

53 йыл бер-береһенә ҡояш кеүек наҙлы, иғтибарлы булып донъя көткән Ира һәм Зариф МӨХӘМӘТОВТАРҒА торош итәйек, йәштәр!

53 йыл бер-береһенә ҡояш кеүек наҙлы, иғтибарлы булып донъя көткән Ира һәм Зариф МӨХӘМӘТОВТАРҒА торош итәйек, йәштәр!
1963 йылдың яҙы. Өфө ҡалаһы. Күңелле студент йылдары.Трамвай. Ике йәш йөрәк. Беренсе ҡараштан, тәүге күрешеүҙән Ира Минһаж ҡыҙы менән Зариф Абдрахман улы Мөхәмәтовтар араһында матур хистәр тыуа.

Туғыҙ йәшенән атайһыҙ ҡалған Зариф ағай 1954 йылда 10 йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлап, шул уҡ йылда колхозда хисапсы - кассир булып эш башлай, почтала ла эшләй, комсомол секретары ла була. Ошо уҡ ваҡытта ситтән тороп Өфө бухгалтерҙар техникумында белем ала.
Ира Минһаж ҡыҙының ғаиләһе лә 1942 йылда атаһы тураһында “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара хат ала. Мәктәп йылдарында уҡ иптәштәре менән колхоз эшенә йөрөй. Саҡмағош урта мәктәбен тамамлағандан һуң ҡыҙ артабан уҡыу һәм эшкә инеү теләге менән Өфөгә юллана. Училище тамамлаған ҡыҙ йүнәлеш буйынса тыуған районына ҡайтып, һөтсөлөк заводында эш башлай. Әммә йыраҡ ара йәштәрҙе айырмай, ә киреһенсә - дуҫлыҡтары оло хискә әүерелә. Имтихандарын тапшырып, каникулға ҡайтҡан егет ҡыҙға тәҡдим яһай һәм әсәһенән фатиха ала. Тормошто Өфөлә башлаған йәштәр 1966 йылда Зарифтың тыуған ауылы Этҡолға күсеп ҡайта.1968 йылдың көҙөндә Зариф ағайҙы “Родина” колхозына партком секретарыитеп ебәрәләр, ә Ира Минһаж ҡыҙы был ваҡытта Скворчиха ауылы мәктәбендә уҡыта. Шул йылда уларҙың тәүге улдары донъяға килә. Дүрт йылдан инде сыныҡҡан, эште ныҡлы белгән кадр булараҡ, Зариф Абдрахман улын “Әрмет” колхозы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. 1972 йылда икенсе улдары Олег тыуа.Ира апай һөйөклө ирен ҡайҙа ғына ебәрһәләр ҙә, эш һәм йәшәү урындарын йыш алыштырырға тура килеүгә ҡарамаҫтан, иренә һәр саҡ терәк була белә - риза булып, һис тә зарланмай, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай донъя көтә татыу ғаилә. 1983 йылда Зариф Абдрахман улын “Ҡыҙыл Урал” колхозы рәйесе итеп һайлап ҡуйғас, Ира Минһаж ҡыҙы эшен Этҡол урта мәктәбендә дауам итә.1988 йылда Зариф Абдрахман улы Ишембай халыҡ мәғарифе бүлегенә хужалыҡ мөдире итеп эшкә алына. 1990 йылда Ишембай ойоҡ – ойоҡбаш фабрикаһының ярҙамсыл хужалығына директор итеп тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул хеҙмәт юлын дауам итә, “Урал” колхозы рәйесе була. Ира Минһаж ҡыҙы Ишембай һаҡлыҡ банкаһында эшләп хаҡлы ялға сыға. Зариф ағай фиҙәкәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр, Мөхәмәтовтарҙың улдары ла ата –әсәләренә оҡшап егәрле, итәғәтле. Икеһе лә үҙҙәренең яртыһын табып, татыу, матур ғаилә ҡорғандар. Бер - береһенә терәк һәм кәрәк булып, ҡулға -ҡул тотоношоп, илебеҙгә улдар үҫтереп, йорттар һалып, әлеге көндә балалары, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк булып йәшәгән Мөхәмәтовтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Читайте нас: