Егәрле, намыҫлы, эшсән ГӨЛФИРӘ һәм МӨҠӘДДӘС ИҘРИСОВТАР ғаиләһе лә уҙған йыл алтын туйҙарын билдәләне. Мөҡәддәс Ғәҙелшә улы менән Гөлфирә Миниәхмәт ҡыҙы 51 йыл бергә матур ғүмер итә.
Мөҡәддәс ағай, Гөлфирә менән күптән таныш инек, ти - бер мәктәптә уҡығандар, ҡыҙ ике класҡа кесерәк була. “Мин Уразбайҙан бишенсе кластан башлап йәйәү йөрөп уҡыным. 1960 йыл Этҡол урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлегә уҡырға киттем. Совет Армияһында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Гөлфирә менән Мәликә Шиһан ҡыҙы яңы асылған Уразбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләп, күрше Ғөмәйрә инәйҙә йәшәп яталар ине. Дуҫлашып киттек, ялдарҙы бергә үткәрергә тырышабыҙ, шулай дуҫлыҡ мәхәббәткә әүерелде. 1967 йылдың февралендә мин каникулға ҡайттым, ә каникулдан һуң беҙҙе алты айға Волгоградҡа практикаға ебәрергә тейештәр ине. Атай-әсәй, оҙаҡҡа китәһең улым, өйләнергә кәрәк, тиҙәр. Атай-әсәйҙең теләген ҡабул итеп, Гөлфирәгә тәҡдим яһаным, ул риза булды. Яусы ебәрҙем. Миңләхмәт Тимерҡаҙыҡ улы, егет үҙе килеп һөйләшһен тигәс, үҙем барҙым. Ул ҡаршы булманы, сөнки ҡайным беҙҙе 9-10 класстарҙа практикум СХ (ауыл хужалығы) тигән предметтан уҡытты. Һине, Мөҡәддәс, кейәү итәм, тип шаярта ине. 8 март көнө никах уҡытып, бөтә мосолман ҡанундарын үтәп, атай-әсәйҙәрҙең ризалығын алып, өйләнештек,” тип хәтирәләрен яңыртты Мөҡәддәс ағай.
Гөлфирә Миңләхмәт ҡыҙы менән улар 4 ул һәм 1 ҡыҙ үҫтереп оло тормош юлына сығарған. Әлеге ваҡытта 7 ейән-ейәнсәре үҫеп еткән. Ейәнсәренең иң олоһо - Айгөл Иҙрисова БДУ-ның бишенсе курсында физика факультетында уҡый, шашка буйынса Халыҡ-ара Гроссмейстер. Лилиә - Башҡорт медицина университетында 3-сө курста, Илүзә Өфө дәүләт авиация университетында уҡый, Дим БДУ-ның математика факультетында 1-се курсты тамамлай, Айҙар Стәрлетамаҡта юридический колледжда, Азалия гимназияла уҡый, иң бәләкәйе Радмир икенсе йәшен тултыра. Хөрмәтле Мөҡәддәс ағай һәм Гөлфирә апай, йәш ғаиләләргә таяныс, өлгө һеҙ!