Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 02:00

Бергә үткән ғүмер үҙе бер бәхетле мәл

“Әле генә ҡауышҡан кеүекбеҙ, 51 йыл үтеп тә киткән икән,” - ти ғүмер юлдарын бергә бәхетле кисергән РӘЙСӘ һәм ИҘРИС ВАҺАПОВТАР.

“Әле генә ҡауышҡан кеүекбеҙ, 51 йыл үтеп тә киткән икән,” - ти ғүмер юлдарын бергә бәхетле кисергән РӘЙСӘ һәм ИҘРИС ВАҺАПОВТАР.


Иҙрис Минеғол улы һәм Рәйсә Шәрифрахман ҡыҙы бына 51 йыл ҡулға -ҡул тотоношоп татыу ғүмер итә. Ә уларҙың мөхәббәт тарихы бына ошолай башлана.


…Һайран ауылы ҡыҙы Рәйсә 8-се класҡа Этҡол ауылына уҡырға килә. “Өс егет ятаҡҡа килеп керҙеләр. Шунда Иҙрис миңә күҙ һалған. Райхана әхирәтем менән тышҡа сығып ҡына киләйек тиһәк, мине берәү тотоп алды бит әй, эй тартҡылашам, эй тартҡылашам. Әйҙә әҙ генә һөйләшеп торайыҡ тип, Иҙрис мине алып ҡалды. Шулай итеп беҙ осраша башланыҡ”, тип хәтерләй Рәйсә апай. Иҙрис ағай был ваҡытта механизаторҙар курсында уҡып йөрөгән була. Аҙаҡ ауыл хужалығы институтында инженер -механик һөнәрен үҙләштерә, ә Рәйсә медицина курстарында уҡып, Уразбай ауылында медсестра булып эш башлай.Улар 8 йыл осрашып йөрөгәндән һуң, 1966 йылдың 15 июнендә, өйләнешеп ҡуялар. Иҙрис Минеғол улы уҡып ҡайтҡас “Ҡыҙыл Урал” колхозында инженер була, аҙаҡ иңенә тағы ла яуаплыраҡ бурыстар ята – парторг, колхоз рәйесе, ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Иҙрис ағай ниндәй генә ҙур вазифа башҡармаһын, үҙен оҫта ойоштороусы, кешелекле етәксе итеп күрһәтә. Рәйсә апайға ауылда төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә. Һөт ҡабул итеү пунктында лаборант, “Хәстәрлек” көнкүреш йортонда ҡабул итеүсе, Этҡол ауыл китапханаһында китапханасы булып эшләй. Уны ауылдаштары изге, үҙ эшен намыҫ менән башҡарған кеше итеп белә. Йәш сағынан үҙешмәкәр коллективта әүҙем ҡатнаша. Һомғол буйлы, оҙон сәсле Рәйсә Шәрифрахман ҡыҙы яңғыҙ бейеүҙәрҙе оҫта башҡара, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә уйнарға яҙа. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып биш бала донъяға килә. Оло һөйөү менән һуғарылған ғаиләлә матур, тәрбиәле, белемле балалар үҫә. Оло улдары Ирек физкультура техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын халыҡтың именлеген һаҡлау һағында - полицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Килендәре Фәүриә менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, олатай – өләсәй булғандар ҙа инде. Ике ҡыҙҙары –Раушания һәм Гүзәлиә - Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика – математика факультетын тамамлап, математика, информатика уҡытыусылары булып эшләй. Раушания Биксән урта мәктәбендә уҡыта, директорҙың уҡыу –уҡытыу буйынса урынбаҫары. Ҡыҙы Алһыу медицина университетының 6-сы курс студенты. Рушан улдары – шәхси эшҡыуар, ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Кинйә улдары Азат та өйләнгән. Иҙрис һәм Рәйсә Ваһаповтар әле лә ҡура тултырып мал аҫырай, баҡсалары емеш ағастарына һәм йәшелсәгә бай, йәйен йорт тирәһе гөл -сәскәгә күмелеп ултыра.


Һоҡланғыс парға, тоғро мөхәббәтле ғаиләгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!
Читайте нас: