Ғаилә ҡороу - етди аҙым, бәхетле минуттарҙы ла, ҡайғылы саҡтарҙы ла һайлаған тормош иптәшең менән тиң-тигеҙ үтергә бурыслыһың. 50 йыл тормош тәжрибәһе туплаған ХӘЙБУЛЛИНДАР быны раҫлай.ӘНИСӘ ӘХМӘТША ҡыҙы менән РӘФҠӘТ ӘХМӘТ улының тормошо тынғыһыҙ хеҙмәт, балалар тәрбиәләп, 42 йыл ҡәйнә менән бергә йәшәп үтә.
Рәфҡәт ағай 1947 йылдың 16 августында Аҙнай ауылында Мәрхәбә һәм Әхмәт Хәйбуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Йәш ҡатынын, һуғыш башланғас тыуған тәүге улын һағынып ҡайтҡан Әхмәт бабай, икенсе улына ғүмер бүләк итеп кенә өлгөрә. Аяуһыҙ һуғышта алған яраларҙан мандый алмай,береһенән-береһе бәләкәй малайҙарын, һөйөклө ҡатынын ҡалдырып, яҡты донъяларҙан китеп бара... Өс кенә йәштә атайһыҙ ҡалған Рәфҡәт әсәһе һәм бер туған ағаһы Ғаяздың ярҙамында аяҡҡа баҫа. Балаларын һөйөп-иркәләп кенә үҫтергән Мәрхәбә инәй, ҡартайған көнөндә Рәфҡәтенән һәм яратҡан килененән изгелектәр күреп,үҙенең хәйер-фатихаһын биреп, яҡты донъяларҙан китеп барҙы.Үҙенең ғүмерлек тормош юлдашын Рәфҡәт ағай үҙ ауылында таба.
1950 йылдың 12 ноябрендә,Өфө ҡалаһында донъяға килгән Әнисә апайҙың эсәр һыуы, һулар һауаһы, тәүге мөхәббәте, ғүмерлек яҙмышы Аҙнайҙа булғанғалыр, дүрт йәше тулыуға ата-әсәһе ауылға йәшәргә ҡайта. Әлимә һәм Әхмәтша Халиковтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып тыуған Әнисә бәләкәйҙән бик сос,үткер, зирәк була.
Аҙнайҙың оҫта гармунсыһы,ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ егеткә ғашиҡ ҡыҙ,12 йәшендә тәүге һөйөү хистәренә сорнала. Алты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң,1968 йылда, йәштәр өйләнешеп, донъя көтә башлай.
Яңғыҙ әсәһен ҡарау сәбәбе менән әрме хеҙмәтенә асаҡырылмаған Рәфҡәт ағайҙы,тәүге мөхәббәт емештәре -ҡыҙҙары Рима тыуғас, әрмегә алып китәләр...
1970 йылда хеҙмәткә киткән йәш ир,улы Рим тыуғас, бер йылдан тыуған ауылына,ҡәҙерле кешеләре янына әйләнеп ҡайта. Бәхетле ғаилә дәртләнеп донъя көтөп алып китә.Рәфҡәт колхозда алдынғы тракторсы, һуңыраҡ сөгөлдөр ҡаҙыу комбайынында эшләй. Ҡара яҙҙан,ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтып кермәй эшләгән ир,ҡыш көнө лә тик ятмай, тракторына будка тағып, күрше Этҡол ауылына Аҙнай ауылы балаларын мәктәпкә йөрөтә.
Оҫта гармунсы,тырыш ғаилә башлығы,уңған тракторист ауыл советына депутат итеп тә һайлана.Төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Районда үткән ярыштарҙа еңеп,Я ңауыл ҡалаһында үткән ,,Уйна, талъян-гармун! “ конкурсынан диплом алып ҡайта.
Өсөнсө балалары тыуыуға ғаилә өр-яңы йорт төҙөп керә.
Кейәүгә сыҡмаҫ элек фермала һауынсы булып эш башлаған Әнисә апайҙы,эшкә яуаплылығын һәм тырышлығын күреп, колхоз келәтенә мөдир итеп ҡуялар.Ул ун йылдан артыҡ ғүмерен ошо эшкә бағышлай.Әнисә апайҙы ла ауыл советына депутат итеп һайлап ҡуялар. Дәртле ғаилә клубта уҙғарылған мәҙәни сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша.Шуғалыр ҙа Әнисә апайҙың артабанғы эш урыны ошо мәҙәниәт йорто менән бәйләнә.
Әнисә апай менән Рәфҡәт ағай өс бала үҫтереп,биш ейән-ейәнсәргә,бер бүләгә олатай-өләсәй булып, уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтеп,гөрләтеп донъя көтә. “Атай-әсәйебеҙҙең бар ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үтте. Беҙҙе лә бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп,туған йәнле итеп үҫтерҙеләр. Уларға бик рәхмәтлебеҙ. Шулай таҙа-иҫән булып, оҙаҡ йылдар тыуған йортобоҙҙоң утын һүндермәй ғүмер итергә яҙһын, ”- ти Хәйбуллиндарҙың балалары.
Алтын туйҙы ҡаршылау һәммә ғаиләгә татымай.Тормоштоң төрлө ваҡыты була, әммә Хәйбуллиндарға ҡарап, бында тыныслыҡ тантана итеүен,бер-береһенә юл биреп йәшәгәнлектәрен аңларға була. Әнисә апайҙың 42 йыл ҡәйнәһе менән килешеп йәшәүе генә лә уның ниндәй сабыр,уңған, кеселекле булыуы хаҡында һөйләй. Юбилярҙарҙың бөгөндә йәштәргә биргеһеҙ итеп гөрләтеп донъя көтөүҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел. 50 йыл бергә тиң йәшәп,тиң ҡартайып, дан итеп донъя көтөп,тормош баҫҡыстарына бергә күтәрелеп,балалар,ейәндәреңә ярҙамлашып йәшәүҙәрең ниндәй бәхет!