Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2018, 02:00

Һөнәре барҙың - ҡәҙере бар

Заман һынауына бирешмәй, тормошта матур эше менән тирә-яҡҡа нур өләшеүсе кешеләр менән аралашыу күңелгә ҡәнәғәтлек бирә. Күҙҙәренән нур сәсеп торған мөләйем йөҙлө башҡорт ҡыҙы Роза Кәримованы ла бик күптәр оҫта ҡуллы тегеүсе тип белә.

Заман һынауына бирешмәй, тормошта матур эше менән тирә-яҡҡа нур өләшеүсе кешеләр менән аралашыу күңелгә ҡәнәғәтлек бирә. Күҙҙәренән нур сәсеп торған мөләйем йөҙлө башҡорт ҡыҙы Роза Кәримованы ла бик күптәр оҫта ҡуллы тегеүсе тип белә.
Заман ҡатын-ҡыҙҙары күп ваҡытын телевизор, компьютер артында үткәрә. Күптәр өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, тегеү, ғөмүмән, ҡул эштәре «әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш» һанала. Сөнки хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар. Бер ниндәй сиратһыҙ төрлө илдә етештерелгән әйберҙәрҙе һатып алырға була, аҡсаң ғына булһын. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйберҙең етешмәүенән түгел, ә күңел талабы булып тора. Сере үҙеңдең һәләтеңде кешеләргә күрһәтеүҙәлер. Сағыу, һөйөү менән башҡарылған ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй, йәшәүгә дәрт өҫтәй, күңел күтәренкелеге бирә, иң мөһиме, кешеләргә шатлыҡ килтерә.
- Мин бәләкәйҙән тегергә яраттым. Ә өсөнсө балабыҙ тыуғас, был шөғөлгә ныҡлап тотондом, - ти Роза.
Сабыйын бала табыу йортонан алып ҡайтыу өсөн «конверт», юрған, балалар койкаһы өсөн ҡаптырмалар тегә. Уны дуҫтарына күрһәтә. Эштәрен оҡшатҡас, заказдар ҙа килә башлай. Һуңғы ваҡытта кескәй ҡыҙҙарға фатин туҡымаһынан күлдәктәр, итәктәр, яңы тыуған балалар өсөн башлыҡтар, костюмдар тегә башлаған. Теккән һәр әйбере ҡабатланмаҫ, заман талаптарына яуап бирерҙәй, матур, сифатлы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора.
- Эштәремде “Бәйләнештә” селтәренә ҡуйҙым. Әкренләп кешеләрҙән заказдар ала башланым. Күптәр һатыуҙа булмаған, ҡыҙыҡлы, әйберҙәргә иғтибар итә. Мин тегеү өсөн кизе-мамыҡ туҡыма һатып алам. Заказ биреүсе төҫөн үҙе һайлай, төрҙәрен үҙем тәҡдим итәм. Магазинда ниндәй генә төр туҡымалар юҡ хәҙер. Тәүҙә туҡыманы йыуам, үтекләйем, шунан ғына эшкә тотонам. Йыуғанда балалар әйберҙәре өсөн тәғәйенләнгән зарарһыҙ кер йыйыу порошоктары ғына тотонам. Әйберҙе тегеп бөткәс тә, кешеләр шунда уҡ ҡуллана алһын өсөн, тағы үтекләйем. Клиент тулыһынса әҙер заказды ала.
Бала саҡтан һалынған мауығыу бөгөн табыш килтереүсе шөғөлгә әйләнгән. Роза үҙаллы дизайн серҙәренә лә өйрәнә. Үҙ эшенә ижади ҡараған тегенсе булараҡ, ул һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу, эҙләнеү өҫтөндә. Мода журналдарын ҡарай, интернеттағы махсус сайттарҙан яңы алымдар өйрәнә. Иренә, өс балаһына күлдәк, футболкаларҙы тегә, яҡындарына булған хөрмәтен, һөйөүен, күңел йылыһын ошо әйберҙәргә һала. Һөнәре барҙың - ҡәҙере бар, ти халыҡ мәҡәле. Күңеле һәр ваҡыт ҡул эштәренә тартылған оҫта эшһеҙ ултырыуҙы белмәй. Шуға күрә аҡсаһы ла килеп тора, яратҡан эшенән дә илһам, рәхәтлек ала. Киләсәктә ул тегеү эшен дауам итергә, эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтергә хыяллана. Сабыйҙарына зауыҡ менән тегелгән заманса ҡупшы әйберҙәр кейҙерергә теләгән йәш әсәйҙәргә Роза Кәримова һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Килегеҙ, шылтыратығыҙ, заказдар бирегеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон номеры - 8-919- 147-75-11.
Реклама.
Читайте нас: