Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2018, 02:00

Изге хеҙмәткә осраҡлы килмәйҙәр

12 май – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө

12 май – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө


Шәфҡәт туташтары табиптың уң ҡулы, дауалау учреждениеһы, ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр хаҡында фекер, ғәҙәттә, уларҙың пациенттар менән мөнәсәбәтенән сығып һалына. Ишембай Үҙәк район дауаханаһының күҙ бүлексәһе коллективы хаҡында күптәрҙән ыңғай фекерҙәр ишеткәнем бар. Кешелекле, иғтибарлылар, үҙ эшен яраталар... Ә бит кеше һаулығы һағында тораһың икән, башҡаса булыу мөмкин дә түгел.


- Үҙ эшенә тоғро, дауаланыусылар менән уртаҡ тел табыусы тәжрибәле хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен, - ти бүлексә мөдире Дилә Арыҫланова.
Медицина юлын һайлағандар иңдәренә йөкмәтелгән яуаплылыҡты аңларға тейеш. Хәҙер инде 38 йыл бүлексәлә тырышыусы өлкән шәфҡәт туташы Фәнүзә Хәйруллинаның был фекеренә хеҙмәттәштәре лә ҡушыла.
- Медицина училищеһын тамамлағандан һуң күҙ бүлексәһенә билдәләнеләр. Тәүҙә эшем үтә ҡатмарлы тойолдо, оло быуын шәфҡәт туташтары Анастасия Богданова, Роза Лутованың кәңәштәрен тәрән рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ, - ти Фәнүзә Әүҙәр ҡыҙы. Гөлфидә Рәсүлеваның иһә аҡ халатлы изгеләр һөнәренә тотоноуына быйыл 40 йыл була. Ишембайға килен булып төшкән ханым ғаилә бәхетен дә, хеҙмәт шатлығын да ошо ерҙә табыуын әйтте.
- Шәфҡәт туташының бурысы сир дауалауҙа ғына түгел, кешенең күңел торошон да хәстәрләргә кәрәк. Холоҡтоң был һыҙаттарын уҡыу йортонда ғына үҙләштереп булмай. Кешене лә, һөнәреңде лә яратырға кәрәк. Пациенттарҙың төрлөһө була, йылы һүҙ – йән дауаһы, - ти хәҙер үҙе йәш белгестәргә ҙур таяныс булған Гөлфидә Рәфҡәт ҡыҙы. Күҙ бүлексәһе шәфҡәт туташтары ысындан да һөнәрҙәренә тоғролоҡ менән айырылып тора. Гөлимә Ҡоҙаҡаева, Әминә Хәбирова кеүек шулай уҡ күп йылдар бүлексәлә эшләүселәр хаҡында ишетеү был фекерҙе нығытты.


- Ошондай тәжрибәле, кешене ярты һүҙҙән аңлап торған хеҙмәттәштәрең булыуы ҙур бәхет. Үҙем бында 2004 йылдан эшләйем. Эшебеҙҙең нескәлектәре күп, үҙ өҫтөңдә эшләргә, һөнәреңдә заман менән бергә үҫергә кәрәк, - тип уртаҡлашты шәфҡәт туташы Римма Әхмәтйәнова.


Күҙ бүлексәһе коллективына ашығыс ярҙам хеҙмәттәрен дә күрһәтергә тура килә. Бигерәк тә ял көндәре дежур шәфҡәт туташтарына бөтәһенә лә әҙер булырға кәрәк.


- Уҙған шәмбе ауылда өмә ваҡытында иретеп йәбештергәндә күҙгә тимер вағы керҙе. Ял көнө булғас, дауаханаға барыуҙан юлым уңмаҫ тигәйнем. Килеү менән ярҙам күрһәтә һалдылар. Әлдә оҙаҡҡа һуҙмағанһың, тип, махсус күҙлек менән эшләргә кәрәклеген дә әйтеп, дарыуҙар яҙып ҡайтарҙылар. Исемдәрен һорарға башҡа килмәгән, хәҙер гәзит аша рәхмәт әйтер инем, - Маҡарҙан гәзит уҡыусыбыҙ Илнур Әхмәровтың был ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәрен һеҙгә юллайбыҙ, хөрмәтле бүлексә хеҙмәткәрҙәре.



Фотола: Һөнәрҙәренән уңған хеҙмәттәштәр (һулдан уңға) Фәнүзә Хәйруллина, Гөлфидә Рәсүлева һәм Римма Әхмәтйәнова.


Фото: автор.
Читайте нас: