Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2018, 02:00

Юҡҡа ғына күҙ йәшле байрам тимәйбеҙ...

Бөйөк Еңеү ҡиммәтен уны яулау өсөн ғүмерен һалған батырҙарыбыҙ яҙмышы, дәһшәтле йылдар ауырлығын күтәргән тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары хәтирәләре аша нығыраҡ аңлайбыҙ.

Бөйөк Еңеү ҡиммәтен уны яулау өсөн ғүмерен һалған батырҙарыбыҙ яҙмышы, дәһшәтле йылдар ауырлығын күтәргән тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары хәтирәләре аша нығыраҡ аңлайбыҙ. Байғужа ауылынан Советтар Союзы Геройы Ғәли Иркәбай улы Бирҙиндың ҡыҙы, йыр-моңға оҫта Рима апай ҙа хәҙер иң оло быуын рәтендә, һикһәнде үткән. 1937 йылда тыуып, атаһы һуғышҡа киткәндә 4 йәшлек бала булып ҡалған ҡыҙға әсәһе, үҙенән саҡ ҡына өлкәнерәк ике ағаһы менән халыҡ күргәнде күрергә, аслығын да, яланғыслығын да татырға тура килә. Рима Ғәли ҡыҙының хәтирәләренең бер өлөшөн генә гәзит битенә биреп, замандаштарға, илһөйәрлек тойғолары булған йәштәргә мөрәжәғәт итке килә – яҙып, төшөрөп ҡалайыҡ оло быуын иҫтәлектәрен. Йылдар үтә бара уларҙың ҡәҙере тағы ла артасаҡ.


“Байтаҡ йылдар үтһә лә, бала саҡ хәтирәләре йәйғорло төҫтәргә мансылмай, ваҡиғаларҙың төрлөһө иҫкә төшә лә, кейем булманғалыҡтан тышты тәҙрәнән генә күҙәткән бәләкәй Риманы, бала сағы аслыҡта үткән тиҫтерҙәремде, һуғыштан яҡындарын көтөп ала алмаған ауылдаштарымды йәлләйем. Атай һуғышҡа 1941 йылдың авгусында китте. Әсәйем нисек күтәрҙе икән – өс бәләкәй бала, йәштәре 80-дән үткән ҡәйнә-ҡайныһы, әсәһе уның ҡулына ҡалды. Фермала хәллеләрҙән, кулактарҙан ти инек инде, тартып алынған һыйырҙарҙы ҡараны. Бесән етерлек әҙерләнмәгән. Яҙға табан малдар берәм-берәм ҡырыла башланы. Петровскийға барып, шул үлгән һыйырҙар буйынса отчет биргәнсе, улар боҙола, ҡортлай башлай. Ә ашауға ҡытлыҡ. Ҡортло тип тороу булманы, нисек тә йәнде һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ, бешереп тә, өтөп тә ашаныҡ.. Атай фронтҡа киткән йылды ул эшләгән Ҡарламан МТС-ынан күсенеп ҡайтҡайныҡ, бер запас юҡ, бәрәңге үҫтерелмәгән. Һыйыр тотҡан хәлдә лә һөтөн-майын кеше үҙе ашай алманы. Колхоздың активы, состав тип йөрөттөк, һыйырыңды күҙ алдында һауҙырып, һөтөн тотош тапшырта. Бигерәк зәһәр ауылдаштар булған араларында. Һыйырҙың еленен ҡапшап ҡарай торғайнылар, һауып алғанһыңмы, юҡмы, йәнәһе. Һөт-май тапшырмай ҡалыу, бер ус бойҙай өсөн төрмәгә ултыртыуҙар һауанан алынып яҙылмаған китаптарҙа. Кинйәбикә апай шулай бер ус арыш өсөн Колымаға ебәрелеп, дүрт йыл алтын ҡаҙыны.


Ауылда ике генә ир кеше ҡалғаны иҫтә: оло йәштәге Мөхәмәт бабай колхозды етәкләне, һаңғырау Абдулхай абзый ферма малын көттө. Эштең еңеле булманы. Сәлих менән Байғужа араһында, ауылдан ике километр алыҫлыҡта, аҡ балсыҡ таптылар. Әсәйем Иҙелбаева Мәрхәбә, Зәйнетдинова Зөлхизә, Фәғилә апайҙар менән бергә үгеҙ егеп, шул балсыҡты эргә-тирәләге нефть вышкаларына ташырға эшкә керҙе. Көнө буйы тир түгеүең бер буханка икмәк менән баһалана. Ғаиләле кеше өсөн ошонан да ҙур байлыҡ юҡ. “Әсәй, үҙең әллә ҡайҙа ҡаймаҡ ташыйһың, беҙгә ашатмайһың», тип илайым икән бер заман. Әсәйем аңлатып ҡараған балсыҡ икәнен, ас балаға ул ҡаймаҡтай күренгән инде. Ныҡышҡас, бар ана, арбала ҡаймаҡ, ашап ҡара һуң, тигәс, бер йомарлаҡ ап-аҡ балсыҡты рәхәтләнеп ашағаным иҫтә. Бигерәк ябыҡ инек, аслыҡтан гел бетләтә, уны бөтөрөр өсөн кәрәсин кәрәк. Литры 7 тин ине, шуны ла алырға мөмкинлек юҡ, ә эргәлә генә вышкалар нефть ҡыуа. Әсәйемдең апаһы Миңлеямал инәйҙең өс улы аслыҡтан үлде. Өләсәйемдең ҡыш үлеүе иҫтә ҡалған. Ҡураныс ҡына кәүҙәһе бәләкәй санаға һыйҙы. Әсәй, бахыр, бер үҙе нисек ул туң ерҙе аҡтарғандыр ҙа, нисек күмгәндер өләсәйҙе.





Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 35-36 һандарында (04.05.2018) уҡығыҙ.
Читайте нас: