Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2018, 02:00

Тыныс булһын күк йөҙө

Яңы Һәйет ауыл клубында Бөйөк Еңеүгә арналған "Тыныс атһын тыуыр таңдар "исемле театрлаштырылған байрам уҙҙы.

Яңы Һәйет ауыл клубында Бөйөк Еңеүгә арналған "Тыныс атһын тыуыр таңдар " исемле театрлаштырылған байрам уҙҙы.
Сара Батырҙар баҡсаһында башланды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нәйлә Марат ҡыҙы ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Уҡыусылар Бөйөк Еңеүгә бағышланған шиғырҙар һөйләне, яуҙа һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Байрам ауыл клубында концерт программаһы менән
дауам итте.
Читайте нас: