Бөйөк Еңеү көнө - халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын, ҙур дан ҡаҙанған Ватан һаҡсыларын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алыу көнө ул.
7 майҙа Урман-Бишҡаҙаҡ китапханаһы ирекмәндәре Рәшитов Илнар, Ғәлиуллина Әҙилә, Ҡолмөхәмәтова Русалина, Халиҡова Аделина тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш йылдары балаларын Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы һәм үҙ ҡулдары менән эшләнгән хаттар тапшырҙы.
Еңеү көндө беҙ оло хөрмәт менән геройҙарса Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙы, үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән беҙҙе тыныс һәм лайыҡлы тормош менән тәьмин итеүселәрҙе иҫкә алабыҙ.
михнәттәрҙең барыһын да үҙ иңдәрендә татыған тыл хеҙмәтсәндәре
Герасимова Анна, Искәндәрова Маһира, Ишҡолова Рауза, Мырҙабаева Факиһа
инәйҙәргә, һуғыш йылдары балалары Искәндәрова Мәстүрә, Хәмиҙуллина
Фәриҙә, Иманғолова Ишбикә, Иманғолова Ғәлиә инәйҙәрҙең бай тәжрибәһе һәм
аҡылы, рух ныҡлығы, батырлығы арҡаһында беҙ бөгөн тыуған илебеҙ
мәнфәғәтендә уңышлы эшләү һәм хеҙмәт итеү мөмкинлегенә эйәбеҙ һәм
бәхетле бала сағыбыҙ өсөн баш эйәбеҙ.