Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2018, 02:00

Баш эйәбеҙ һеҙҙең алда, еңеүселәр быуыны!

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ветерандар менән осрашыу - район хакимиәтендә һалынған күптәнге изге йола. Дүшәмбе көн Мәҙәниәт һарайында һуғыш, тыл, хеҙмәт ветерандары сәй табынына йыйылды.

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ветерандар менән осрашыу - район хакимиәтендә һалынған күптәнге изге йола. Дүшәмбе көн Мәҙәниәт һарайында һуғыш, тыл, хеҙмәт ветерандары сәй табынына йыйылды.
Хакимиәт башлығы Марат Ғайсин, район ветерандары советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү хеҙмәтен етәкләүсе Сәфиулла Ғайнуллин һуғышты үткәргән оло быуын ҡаһарманлығын тәрән хөрмәт менән иҫкә алды.
- Бындай осрашыуҙар бөгөнгө быуын өсөн бигерәк тә кәрәк. Беҙ тик һеҙҙән тормош аҡылы менән һуғарылған төплө кәңәштәр ишетәбеҙ. Ә Еңеү көнөн һеҙҙең менән бергә ҡаршылай алыу - ҙур бәхет, - тине Марат Хөсәйен улы.
Мәҙәниәт йорто артистары әҙерләгән сығыштар тулҡынландырҙы, йәшлек йылдарына алып ҡайтты. Ветерандар араһында ла дәртләнеп йыр башҡарыусылар булды.

Фото: автор.
Читайте нас: