Һуңғы осор районда мөлкәтте генә түгел, кешеләр именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған өс янғын булды.
28 апрелдә Петровскийҙа күп балалы ғаилә йәшәгән шәхси йортта ут сыға. Янғын башланғанда йортта ҡатындың бәләкәй ҡыҙы менән өйҙәш ире була. Янғын хаҡында иҫкәртеүсе автоном ҡоролма ваҡытында янғын сығыуы тураһында белгертә. Ауыл Советында тап күп балалы ғаиләләр йорттарына күптән түгел бындай ҡоролма ҡуйылған була. Сигнал тауышын ишетеү менән ир баланы ҡулына алып тышҡа сыға. Йорттан бер нәмә лә ҡалмай. Белгестәр ут өйҙәге электр үткәргестәрҙәге замыканиенан сыҡҡан тигән фекергә килә.
1 май кисендә Ишәй ауылында булған янғында кеше ғүмере өҙөлә. Йорттан ҡалған көлкүмер эсендә 51 йәшлек ирҙең мәйете табыла, бергә мәжлес ҡорған 36 йәшлек хужабикә тәҙрәнән сығып ҡотола. Был ваҡиға сәбәптәрен асыҡлайһы бар.
3 майҙа ҡалала З. Вәлиди урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Ике бүлмәле фатир хужаһы коммуналь түләүҙәр өсөн бурыстары арҡаһында бөтә коммуникацияларҙан өҙөлгән булған. Ул үҙе әйтеүенсә, аш бүлмәһендә тәмәке тартып ултырғанында газ торбаһы томаланып ҡуйған ерҙән еҫ сығыуын тоя. Ир ҡулына тәмәке тотҡан көйө ҡоролманы борғослай башлай, һөҙөмтәлә газ-һауа ҡатнашмаһы гөлт итеп янып китә. Ҡулдары бешкән ир дауаханаға еткерелә.
Ямғырҙар яуып тороуына ҡарамаҫтан, көслө ел ер өҫтөн киптерә һала. Ҙур майҙандарҙа былтырғы үлән яныуы районда бер нисә биләмәлә күҙәтелде. Бындай осраҡтарҙа эште янғын һүндереүселәргә генә тапшырып ҡалмаҫҡа, үҙебеҙгә уяу, әүҙем булырға кәрәк. Бер бер артлы килгән байрам, ялдарҙа һаҡлыҡ ҡағиҙәләренә бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә. Һүндерелмәгән усаҡ, ҡоро үләнгә төшкән тәмәке төпсөгөнән генә лә ҙур бәлә сығыуы ихтимал. Ҡабатлауҙан ҡағиҙә иҫкермәй: үҙебеҙҙең һәм әйләнә-тирәләгеләр именлегенә яуаплы ҡарайыҡ!