5 майҙа Ишембай ҡалаһы «Георгий таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уны ҡаланың Йәштәр эштәре буйынса комитеты, Волонтерҙар һәм «Йәш гвардия» хәрәкәтенең әүҙем ағзалары «Аструм» сауҙа үҙәге, Ленин проспектында бушлай тарата.
Таҫманың ҡыҙғылт-һары һәм ҡара төҫтәре «ялҡын һәм төтөндө» аңлата, улар һалдаттың яу яланындағы ҡаһарманлығын символлаштыра. Акция тәүге тапҡыр 2005 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә, үткәрелгән. Уны «РИА Новости» агентлығы һәм «Студенттар ойошмаһы» йәштәргә социаль ярҙам төбәк йәмәғәт ойошмаһы башлап ебәргән. Акция төрлө йәштәге һәм социаль төркөмгә ҡараған кешеләрҙе берләштерә. Шул ваҡыттан алып байрам алдынан кешеләр таҫманы кейемдәренә, сумкаларына һәм машина антеннаһына таға. Георгий таҫмаһы — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хаҡында хәтер символы, донъяны фашизмдан азат иткән ветерандарға рәхмәт билдәһе ул.