Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2018, 02:00

Фәүзиәнең тәмлекәстәре

Тормошто, кешеләрҙе яратҡан, һәр атҡан таңға ҡыуанып, бар булмышы, эше менән тирә-яҡтағыларҙы һөйөндөрөп йәшәгән кешеләрҙең күп булыуы үтә лә шатлыҡлы күренеш. Шундайҙарҙың береһе ул - Фәүзиә Бикбулатова.

Тормошто, кешеләрҙе яратҡан, һәр атҡан таңға ҡыуанып, бар булмышы, эше менән тирә-яҡтағыларҙы һөйөндөрөп йәшәгән кешеләрҙең күп булыуы үтә лә шатлыҡлы күренеш. Шундайҙарҙың береһе ул - Фәүзиә Бикбулатова.
Ҡалабыҙҙың Төньяҡ урамының 24-се йорто янынан үткән һәр кешенең танауын тәмле еҫтәр ҡытыҡлайҙыр, моғайын. Был йортта Фәүзиә Бикбулатова йәшәй. Эштән буш ваҡыттарында телде йоторлоҡ тәмле ҡоймаҡтар ҡоя, бәлештәр бешерә, ә төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларға арнап бешерелгән торттары үҙе бер сәнғәт. Ул - профессиональ ашнаҡсы. Хәҙерге ваҡытта ҡалабыҙҙың 23-сө балалар баҡсаһында эшләй. Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлөнә тотона.
- Беҙ Тирмән-Йылға ауылында йәшәнек. Тормошобоҙҙа иң бәхетле осор булып алды. Ғаиләбеҙ менән лотерея уйынында аҡса отҡас, күп уйлап торманыҡ, ҡаланан фатир һатып алып, шунда күстек. Ғүмер буйы ҡош-ҡорт, мал аҫрап йәшәгәнгә, ҡала тормошо тиҙ ялыҡтырҙы. 42 йәшемдә ашнаҡсы һөнәренә уҡып сыҡтым. Хатта Өфө ҡалаһына барып, үҙемдең һөнәрем буйынса өҫтәмә рәүештә белемемде камиллаштырып ҡайттым. Ашнаҡсылыҡ эшенә мөкиббән киткәнмен, тәм-том бешерергә лә бәләкәйҙән яратам, - ти ул.
Әлеге ваҡытта Фәүзиә Бикбулатова күңеле ятҡан эшенә тотонған: заказдар буйынса татлы тәмлекәстәр әҙерләй. Һалма, туҡмас, сәк-сәк, бауырһаҡ кеүек милли ризыҡтарыбыҙға өҫтөнлөк бирә. Иң тәүҙә буш ваҡыттарында балалары, туғандары, дуҫтары өсөн генә бешеренһә, аҙаҡ инде заказсылары ла көндән-көн арта, сөнки тәмле, сифатлы ниғмәт күптәрҙең күңеленә хуш килә. Ниндәйҙер ҙур килем тураһында ла уйламай ул, үҙенең йөрәк йылыһын, күңел нурын ана шул бешергән ризыҡтарына бирә. Торттарын төрлө рецепттар менән бешерә лә уны мастика менән матурлай. Уның торттары – үҙе бер ижад өлгөһө. Сөнки өҫтөндә нимәләр генә юҡ: сәскәләр, төрлө хайуандар, ағастар, машиналар. Халыҡ туйға, никахҡа, юбилейҙарға, тыуған көндәргә, ғаилә байрамдарына торттарҙы теләп ала. Бигерәк тә балаларҙың тыуған көндәренә тәмлекәстәрҙе бик теләп, бар оҫталығын һалып бешерә.
- Бәлештәрҙе биҙәү, бешеренеүҙә яңы алымдар эҙләп табырға тырышам, өр-яңы үҙенсәлекле рецепттарҙы өйрәнәм. Аш-һыу әҙерләү серҙәрен ике ҡыҙыма ла өйрәтәм. Улар минең шөғөлөмдөң күңелемә рәхәтлек, еңеллек биреүен хуплай, шуға ла яңы идеялар менән дәртләндереп кенә торалар, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәләр.


Тәмле-тәмле ризыҡтарҙы оҫта итеп әҙерләү һәр кемебеҙҙең ҡулынан килмәй, уға ваҡыт та етмәй. Ошондай саҡта Фәүзиә Бикбулатова һәр беребеҙгә ярҙамға килә ала. Иҫтәлекле ғүмер байрамдарында өҫтәлегеҙҙең мул, матур булыуын теләһәгеҙ, ҡул осоғоҙҙа уның телефон номеры булһын (8-987-14-93-834) .




Фото: Фәүзиә Бикбулатова архивынан.


Реклама.
Читайте нас: