Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2018, 02:00

Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы аслыҡ-яланғаслыҡ михнәттәрен кисергән, аҙаҡ илде тергеҙеүҙә арымай-талмай хеҙмәт иткән быуын алдында һәр ҡайһыбыҙ баш эйергә тейеш.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы аслыҡ-яланғаслыҡ михнәттәрен кисергән, аҙаҡ илде тергеҙеүҙә арымай-талмай хеҙмәт иткән быуын алдында һәр ҡайһыбыҙ баш эйергә тейеш. Юҡҡа ғына улар “Беҙ күргәнде балаларға кисерергә яҙмаһын”, - тип әйтмәйҙәр бит. Смаҡай ауылынан хәҙер инде туғыҙынсы тиҫтәһенә яҡынлашҡан Ғәлимә Дусмөхәмәтованың балалыҡ йылдары ла ошо ауыр осорға тура килә.
Һигеҙ генә йәшлек булһа ла һуғыш башланған мәлде ул яҡшы хәтерләй.
- Атайым менән әсәйем баҫыуҙа эштә. Миңә шишмәнән һыу алып ҡайтырға, бәрәңге әрсергә ҡушып киттеләр. Урамда саҡта күрше бабайҙың радиоһынан һуғыш башланды тигән хәбәрҙе ишеттем. Шунда уҡ ата-әсәйем янына баҫыуға йүгерҙем. Атайымды оҙаҡ тотманылар, һуғышҡа алдылар. Бер туғандары Юныс бабай, Йосоп ағай ҙа беренселәрҙән булып фронтҡа китте. Матур итеп донъя көткән мәлендә һуғыш беҙҙе атайымдан мәңгелеккә айырҙы, - тип һөйләне Ғәлимә инәй.
Әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала, бишенсеһенең дә тыуыр ваҡыты етеп килә. Үкенескә, һуғыш осоронда тыуған ул сабыйҙың ғүмере ҡыҫҡа була.
Ғәлимә инәй һуғыш йылдарында ла мәктәпте ташламай, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Ул заманда дәфтәр юҡ, гәзиттең ситенә яҙып сараһын күрергә тырышалар. Ләкин ул осор балаларының үҙәгенә үткәне - аслыҡ- яланғаслыҡ. Ғәлимә инәй бәләкәй генә килеш ҡаҡы, еләк йыйып баҙарға һатырға йөрөй.
- Йыш ҡына өләсәйемде арбаға ултыртабыҙ ҙа урманға алып китә инек. Ул үҙе менән намаҙлығын ала, шунда ултырып намаҙын уҡый. Улдары өсөн үҙәктәре өҙөлдө. Һуғыштан ҡайтҡан ир-арттан, “Минең улдарымды күрмәнеңме?” тип һорар булды. Дилмөхәмәт, Юныс, Йосоп улдары, шулай уҡ минең атайым Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтманы. “Улдарымды һуғыш өсөн үҫтерҙемме икән?” тип өләсәйемдең йөрәге телгеләнер ине, -тип иҫкә алды бала сағын Ғәлимә Ноғман ҡыҙы.
Атаһы 1942 йылда һәләк була. Ҡәҙерле кешеһенең һуғыштан яҙған хатын бергәләп уҡығандарын бөгөнгөләй хәтерләй. “Минисара, ҡайнап торған ут эсенә инәбеҙ. Алма кеүек балаларым, һаҡла уларҙы”, - тип яҙа атаһы. Уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға, яҡындарын күрергә насип булмай. Һуғыш имән кеүек ныҡ ир-егеттәрҙе лә йота.
Тылда ла еңелдән булмай. Бала-сағаһы ла, ҡарт-ҡороһо ла еңеү өсөн, фронт өсөн тырыша. Ғәлимә инәй әсәһенең һалдат кейемдәрен йыуып таҙартҡан мәлдәрен дә яҡшы хәтерләй.
- Таратып бирәләр. Яҡшы таҙарһын өсөн Байыҡтан аҡ балсыҡ килтерәбеҙ. Көлдө тондороп шул һыуҙа йыуа инек, - тип һөйләне ул.
Барса халыҡ зарығып көткән “Һуғыш бөттө!” тигән ҡыуаныслы ваҡиға ла күңеленә ныҡ уйылған.
- Самолеттан “Һуғыш бөттө!” тигән ҡағыҙҙар ташланылар. Бөтәһе лә шатлана. Тиҙҙән һалдаттар ҡайта башланы... - тип иҫләй ул мәлде. Һуғыш, унда һәләк булған яҡындары хаҡында һөйләгәндә Ғәлимә инәйҙең әле лә күҙҙәренә йәштәр тығыла... Тормошта еңел юл эҙләмәй ҡыҙ. Бала сағында һуғыш михнәттәрен күп татығанғамы, ҡыйынлыҡтар менән сынығып үҫкәнгәме, артабан да һөнәрҙең ауырын һайлай – ташсы булырға ҡарар итә.
- Төҙөү эшенә ҡыҙыҡһыныу күңелдә бала саҡтан булғандыр, тим. Сөнки бәләкәй саҡта һыу буйына самауыр таҙартырға төшкәндә, балсыҡтан кирбес әүәләп, унан мейес яһап уйнай торғайным. Эргәһенә төрлө һауыт-һабаларын да эшләп ултырта инем. Төҙөү эше күңелемә яҡын булды. Килмөхәмәт ағайым сүкеш тотоп эшләгәндә лә, артынан ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡаҙаҡ ҡағырға өйрәнеп йөрөй торғайным, - ти 40 йыл төҙөлөштә эшләгән Ғәлимә инәй.
Уҡып белем алғас, 2-се төҙөлөш-монтаж идаралығында хеҙмәт юлын башлай, «Ишембайжилстрой« ойошмаһында ла эшләй. Уның ҡатнашлығында төҙөлгән мәктәптәрҙең, торлаҡ йорттарҙың һаны бихисап. Етәкселәрен, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен әле лә һағынып иҫкә ала. “Төҙөмәгән нәмә ҡалманы. Бригадабыҙ бик берҙәм булды, илке-һалҡы эшләүселәр юҡ ине. Төҙөгәндә һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар, эш сифатлы булһын өсөн талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк, шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотоп ебәрергә ярамай”, - тип хәтергә алды Ғәлимә Ноғман ҡыҙы. Объекттар төҙөү өсөн командировкаларға ла юлланырға тура килә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн төҙөлөштә эшләүе еңелдән түгел, ҡайһылар еңелерәк эшкә күскәндә лә Ғәлимә инәй һөнәренә тоғро ҡала.
Намыҫлы, тырыш хеҙмәт бик күп наградалар менән баһалана. 1976 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән билдә менән бүләкләнә ул. “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән билдәләре лә бер нисәү. Ғәлимә инәй уларҙы бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай.
- Эшләгән осорҙа ял итергә лә ебәрә торғайнылар. Ләкин мин әсәйемә бесән әҙерләргә, бәрәңге утарға ярҙам итәм тип ялдан баш тарта инем, - ти Ғәлимә инәй.
Бергә эшләгән йылдарҙы, хеҙмәттәштәрен хәҙер инде фотоһүрәттәргә генә ҡарап хәтерләргә ҡалған. Ваҡыт үтеү менән йәш саҡтағы көс тә кәмей, ҡартлыҡ үҙенекен итә. Атлап йөрөүе ауырлашһа ла, Ғәлимә инәй бирешмәй. Күңел көсө ҙур унда. Ҡартайған көнөндә ҡыҙы Гөлнурҙың матур тәрбиәһен күреп йәшәй. Ейәнсәре Ләйсән менән ейәне Айнур уның күңел йыуанысы,тормошона дәрт өҫтәүсе.
Бар ғүмерен эшкә арнаған инәйҙең йәштәргә теләктәре изге:
- Балалар тырышып уҡыһындар, һөнәр алһындар, эшләргә ялҡауланмаһындар ине. Сөнки хеҙмәт кешене тәрбиәләй, эш яратҡан кеше тормошта ла юғалып ҡалмай. Ауыр тип тормай, күңел биреп башҡарһаң, уңышҡа өлгәшеп була, - ти инәй.
Ғәлимә Ноғман ҡыҙын әллә күпме тыңлап ултырһаң да ялҡытмай. Сөнки уның һәр һүҙе, һәр кәңәше файҙалы, тормош тәжрибәһенән алынған. Уға киләсәктә лә бәхетле ҡартлыҡ, имен, аяҙ көндәр теләйбеҙ

Фото: автор.
Читайте нас: