Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2018, 02:00

Уңыш мул булһын тиһәң

Яҙ етһә, күптәр баҡса мәшәҡәттәренә күмелә. Үҙең үҫтереп ашаған йәшелсә-емешкә ни етә?

Яҙ етһә, күптәр баҡса мәшәҡәттәренә күмелә. Үҙең үҫтереп ашаған йәшелсә-емешкә ни етә? Ул ғына ла түгел, баҡса үҫтереү күңел йыуанысы ла бирә. Көнләп түгел, сәғәтләп үҫкән йәшелсәләргә, гөл-сәскәләргә ҡарап кәйеф күтәрелә. Оҫта баҡсасылар районыбыҙҙа аҙ түгел. Уларҙың береһе Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Фәниә Рәшитованан тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын һораныҡ. Баҡса үҫтереүҙә уның кәңәштәрен тыңлайыҡ:


Һуған


Һуғанды иртә сәсергә ярамай, иртә сәсһәң, ҡыяғы буйға үҫә, орлоҡҡа ебәрә, уңышы булмай. Боронғолар, тирәк мамығын осорһа, һуған сәсергә ярай тигән. Ер йылыныуына ҡарап быйыл да мин һуғанды, 15-се майҙар тирәһендә сәсергә уйлайым. Сорты яҡшы, орлоғон үҙем үҫтерәм. Һуған сәскәс, уға һыуҙы артыҡ һибергә ярамай. Ҡуш булып килеп сыға икән, береһен йолҡоп алырға кәрәк. Һуған өлгөргәс, яҡшыраҡ һаҡланһын өсөн үҙемдең һыналған ысулдарым бар. Йолҡоп һалғас, бер аҙна самаһы ерҙә ята. Ҡояштан да, ямғырҙан да ҡурҡырға ярамай. Ҡояшта ундағы зарарлы микробтар ҙа бөтә, ҡабығы ла ҡалыная, һабағы үҙенән-үҙе ҡорой. Ҡышын һуғандарым бер ҡасан да серегәне юҡ, яҡшы һаҡланалар.


Тағы ла бер кәңәш – кишер менән һуған түтәлдәренең йәнәш булыуы мөһим. Кишер еҫе һуған ҡорттарын, һуғандыҡы кишерҙекен өркөтә. Кишер үҫтергәндә уға һыуҙы күп һибергә кәңәш итмәйем. Сөнки улай иткәндә ул тармаҡлана башлай. Һыу сама менән һибелһә, тамыры төпкә китә.


Емеш ҡыуаҡтары


Баҡсамда алмағас, ҡурай еләге, крыжовник кеүек ағас-ҡыуаҡтар бик күп. Бер өлөшөндә балан ҡыуағы ла үҫеп ултыра. Былтыр унан биш биҙрә балан йыйып алдым. Был ҡыуаҡты үҙ баҡсаңда үҫтереү бик отошло.


Помидор


Рассадаға помидорҙы иртә итеп сәсһәң, ул артыҡ ныҡ оҙонайып китә. Шул ваҡытта үҫентене ике өлөшкә бүлеп, өҫкө яғын һыуға тығып ҡуйырға мөмкин. Тамырлы өлөшө лә ҡабаттан ботаҡланып үҫеп китә, өҫкө яғы ла бик тиҙ тамыр ебәрә. Шулай итеп бер төптән ике төп помидор үҫентеһе яһарға мөмкин. Ошолай эшләгәндә емештәренең тағы ла күберәк булыуына иғтибар иттем. Аҙаҡ баҡсаға ултыртҡанда, ер бик күп түгел икән, бер төпкә ике помидор ултыртырға була. Ғәҙәттә мин шулай эшләйем. Помидорҙың сағыу ал, үгеҙ йөрәге тигән сорттарын яратам, ашарға бик тәмле итләс улар. Тоҙлауға башҡа сорттарҙы һайлайым. Помидорым гел уңа. Артығын баҙарға һатырға ла алып сығам.


Бәрәңге


Бәрәңге үҫтергәндә төрлө тәжрибәләр уҙғарырға яратам. Һуңғы 2-3 йылда ерҙе һөрмәй сәсәм. Көҙҙән уңышты көрәк менән ҡаҙып алғас, ер йомшаҡ ҡала. Уңышы барыбер йылына ҡарай яҡшы була. Сәскәндә тағы ла бер ҡыҙыҡлы алымды һынағаным булды. Көрәк менән ерҙе ҡаҙғас, соҡор төбөнә бер бәрәңге һалабыҙ, өҫтөнә бер аҙ тупраҡ һибәбеҙ ҙә, тағы ла бер бәрәңге ташлап уны ла күмеп ҡуябыҙ. Ошо рәүешле сәскәндә, бер төптән уңыш мул була. Бәрәңгенең төрлө сорттарын үҫтерәм. Өләсәйҙәрҙән ҡалған тиҙ өлгөрә торған ярмалы ҡыҙыл бәрәңге лә бар. Ул баҙарҙа бик үтемле.


Бәрхәт сәскәһен бәрәңге араһына ултыртһаң, колорадо ҡуңыҙы бик килмәй. Шулай ҙа барыбер дарыу менән эшкәртергә кәрәк була.




Фото: pixabay.com
Читайте нас: