Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2018, 02:00

Йәмһеҙ генә түгел, ҡурҡыныс та

2016 йылдың 18 мартында ошондай исем аҫтында борсоулы сигнал сыҡҡайны.

2016 йылдың 18 мартында ошондай исем аҫтында борсоулы сигнал сыҡҡайны. Унда ҡала уртаһында урын алған тимер гараждар һәм уларҙың йәмғиәткә ҡурҡыныс менән янауы хаҡында һүҙ алып барылды. Матурлығы ла, файҙаһы ла булмаған, етмәһә, теркәлмәгән һәм бер ҡайҙа ла иҫәптә тормаған ҡотһоҙ тимер гараждар ҡала йәмен ебәреп кенә ултыра шул. Унда күп осраҡта ҡала халҡының ҡулланылыштан сыҡҡан, әммә ташларға йәлләгән йорт-йыһаздары, иҫке кейем һаҡлана. Бөгөн машина хужалары тимер аттарын күпселек урамда ҡалдырыу сәбәпле, кирбес гараждар буш торған заманда, бер кемгә лә файҙаһыҙ, өҫтәүенә, янындағы майҙансыҡтағы балаларға ҡурҡыныс янаған, үткенселәрҙе һиҫкәндергән гараждарҙан ниңә тиҙерәк арынмаҫҡа тиелә мәҡәләлә.
Тамсы тама-тама боҙ тишә тигәндәй, быйыл был гараждар алынған. Хәҙер ул тирәләге тротуарҙан тыныс күңел менән үтеп китергә була. Тик теҙелгән кирбес гараждарҙың икенсе яғында ултырған тимер гараждарын да бер ыңғайҙан алһалар булмай инеме икән ни? Әллә уларын алып ташлау өсөн дә башта фотоға төшөрөп гәзиттә тәнҡитле мәҡәлә сығарыу мотлаҡмы? Икенсе яҡтағыларын алып ташлағансы берәй хәүеф-хәтәр булып ҡуймаһа ярар ине тип теләргә генә ҡала.

Фото: Наил Рәжәпов.
Читайте нас: