Урман-Бишҡаҙаҡ китапханаһында быйыл да “Китапханалар төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.
Сара 20 апрелдән 21-нә ҡарай төндә ойошторолдо. Акция барышында китапханабыҙ бар кешеләр өсөн үҙ ишектәрен асты.
“Китапхана төнө” акцияһын ауылыбыҙҙа күпселек китап һөйөүселәр яратып ҡабул итә, бигерәк тә балалар көтөп ала. Китапхана волонтерҙары Рәшитов Илнар, Халиҡова Аделина, Ямалова Сабина был сараны үткәрешеүҙә алдан әҙерләнеп үҙ тырышлыҡтарын һалдылар.
14 йәшкә тиклемге балалар өсөн “Китапты тап” исемле квест-уйын үткәрелһә, үҫмерҙәр И. Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыуына арналған әҙәби викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Китапханала береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы – ололар һәм кескәйҙәр өсөн “Шашкалар батшалығында” тип аталған уйын турниры уҙҙы. Балалар рәхәтләнеп ял да иттеләр, үҙҙәренә оҡшаған китаптар ҙа һайлап алып уҡынылар.
Көнүҙәк проблемаға ҡағылышлы “Көнкүреш ҡалдыҡтары – йәмғиәт проблемаһы” исемле мультимедия презентацияһы күрһәтелде.
Акцияла барыһы алтмыш кеше ҡатнашты, шуларҙың ҡырҡын ун дүрт йәшкә тиклем балалар тәшкил итте.