19 апрелдә Өфөлә Рәсәй янғын һағының 100 йыллығы айҡанлы ҙур тантана үтте. Сарала ғүмерен янғын һағы хеҙмәтенә арнаған ветерандар ғына түгел, батыр, ҡыйыу аҙымдары менән кеше ғүмерен ҡотҡарған балалар ҙа ҙурланды. Яҡташыбыҙ, Этҡол ауылынан 13 йәшлек Ирек Үмәрбаевты ла, хәҙер бөтә Башҡортостан белә.
- “Янғында батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырасаҡтары хаҡында белә инек. Барыбер ҙә тулҡынландырҙы, ҙур наградаларға эйә ветерандар рәтендә Ирек кеүек тағы бер нисә үҫмерҙе шулай баһалау онотолмаҫ кисерештәр ҡалдырҙы, - ти батыр малайҙың әсәһе Светлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иректе ҡыйыулыҡта һынаған ваҡиға былтыр декабрь аҙағында булды. Мәктәптән ҡайтып килешләй малай күрше инәйҙең ҡысҡырғанын ишетә. Газ плитаһын тоҡандырғанда ут яңғылыш уның күлдәгенә, унан иҙәндәге балаҫҡа ҡапҡан була. Ирек инәйҙе лә ҡотҡара, балаҫты ла ҡарға алып сығып тапап, йортҡа ут ҡабыуға юл ҡуймай. Конгресс-холл майҙаны алдында заманса һәм раритет янғын-ҡотҡарыу техникаһы күргәҙмәһе менән танышыу, янғын һағы хеҙмәтенә бағышланған рухлы документаль фильм ҡарау, һәм, әлбиттә, оло ағайҙарҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү Иректең күңелендә ғүмерлеккә һаҡланасаҡ. Был көндө Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы, эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Латипов ҡулынан тағы бер малай – батып барған иптәшен ҡотҡарыусы Фәдис Сәлимгәрәев та миҙал алды. Бәләбәйҙән килгән ҡыйыу егеткә ни бары 8 йәш.
Йыл һайын республикала 4 меңдән ашыу янғын һүндерелә, халыҡ именлеге һағында тороусыларға йыш ҡына үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Быға тиклем һөнәрҙәрҙең төрлөһө хаҡында уйлаған Ирек ошо тантананан һуң ҡотҡарыусы хеҙмәтенең ни тиклем ябай булмауын, көслө ихтыярлы, ҡыйыу кешеләр эше икәнлеген аңлаған.
- Кешеләргә ярҙам итә алғандар һәр саҡ кәрәк, артабан уҡыу йорттары һайлағанда был йүнәлеш хаҡында ныҡлы уйлаясаҡмын, - ти ул.
Фото: асыҡ сығанаҡ һәм UTV.ru сайтынан.