Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2018, 02:00

Халыҡ менән бергә атлау мөһим

Егәрленең ҡулы ете, тибеҙ. Бөтәһе өс меңдән ашыу халҡы менән ун ауылды берләштергән, территорияһы яғынан районда икенсе килгән Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһендә лә был өлгөрлөктән башҡа булмай.

21 апрель – Урындағы үҙидара органдары көнө
Егәрленең ҡулы ете, тибеҙ. Бөтәһе өс меңдән ашыу халҡы менән ун ауылды берләштергән, территорияһы яғынан районда икенсе килгән Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһендә лә был өлгөрлөктән башҡа булмай.


Әмир Сәфиуллин ауыл Советы хакимиәтен һигеҙенсе йыл етәкләй. Ошо йылдар эсендә биләмәлә халыҡ көнкүрешен яҡшыртыу, газ, һыу үткәреү, юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған. Етәксе үҙе үк бының халыҡ менән аңлашып, өҫтөнлөклө проблемаларҙы билдәләй белеп эшләү һөҙөмтәһе булыуын таный.


- Ауылды бәләкәй-ҙурға бүлеп ҡарау ярамай, һәммәбеҙҙең уңайлы, матур тормош көткөһө килә. Ун ауыл тигәндән, уларҙың бөтәһендә лә старосталарыбыҙ бар, эшебеҙҙә улар ҙур ярҙам. Хакимиәттә үҙ эшенә төплө ҡарашлы, ауылдаштар менән уртаҡ тел таба белгән белгестәр тырыша, - ти Әмир Төхвәт улы хеҙмәттәштәренең, тыуған ау- ылы тормошона битараф булмаған яҡташтарының әүҙем хеҙмәтен баһалап.


Власть органдарының, төрлө кимәлдәге етәкселектең халыҡҡа асыҡ булыуы мөһим. Төнмө, көнмө, шылтыратырға тартынмайҙар бындағы башлыҡҡа, хакимиәттең биләмә халҡына таяна алыуы ла ошо ике яҡлы аңлашыу булыуҙан киләлер. Спорт, мәҙәниәт өлкәһендә, йәмәғәтселек эшендә алдынғы һөҙөмтәләр, Һабантуйҙарҙа беренселек - халыҡ күңеле бөтөн икән, был күмәк ҡатнашыу, дәрт талап иткән сараларҙа ла күренә.


Биләмәнең биш ауылында льготалы категорияларға ҡарағандарға ер участкалары бүлеү мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндәләр. Урман- Бишҡаҙаҡта быйыл 52 ғаилә ерле буласаҡ. Шуныһы шатландыра, бындағы бәләкәй ауылдарҙа ла ҡарауһыҙ ерҙәр, йорттар ҡалмаған тиерлек. Ә кеше тормош уңайлыҡтары булған ерҙә төпләнеүсән. Урман һәм Яр-Бишҡаҙаҡта, Сәлихта яңы урамдарға газ үткәреү проекттары әҙер, байтаҡ ҡына төҙөкләндереү эштәре көтөүен дә әйттеләр. Эйе, ҙур эштәр бер көндә генә атҡарылмай. Халыҡ етәкселектең тырышлығын, бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәүен күргәндә генә быны аңлап ҡабул итә, матур, изге башланғыстарҙы бергә тормошҡа ашырыша. Күп милләтле, һөнәрҙәрҙең төрлөһөнә маһир халыҡ йәшәгән был биләмәлә лә тап ошоно күрәбеҙ.



Фото: автор.
Читайте нас: